

Тәфтишселәр версияһы буйынса, 2022 йылдың авгусында оперуполномоченныйҙар Өфө кешеһенә, уларға 400 мең һум аҡса тапшырһа, тикшереүҙе туҡтатырға вәғәҙәләй. Ләкин ул ришүәт алған саҡта тәфтишселәр Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән бергә ғәйепләнеүселәрҙең береһен ҡулға алған. Һуңғараҡ икенсе ғәйепләнеүсе лә тотҡандар.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, был осраҡ буйынса тикшереү башланған. Әгәр оперуполномоченныйҙарҙың ғәйебе раҫланһа, улар эске эштәр органдарынан бушатыласаҡ һәм законлы яза аласаҡ.
Әле ғәйепләнеүселәр өйҙәрендә һаҡ аҫтында. Тәфтишселәр ҡылынған енәйәттең сәбәптәрен, шулай уҡ ғәйепләнеүселәрҙең башҡа енәйәттәргә ҡағылышлы булыу-булмауын асыҡлауҙы дауам итә.