

- Бөтә эштәр ҙә графикка ярашлы баш ҡарыла. Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар үҙәк йылытыу системаларын файҙаланыуға әҙерләү буйынса эштәрҙе тамамларға ашыға. Шул уҡ ваҡытта йылытыу миҙгеле башланғас, ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаҫҡа тейеш,- ти Нина Закир ҡыҙы. - Ойошманың маҡсаты – халыҡ ихтыяждары, социаль-мәҙәни-көнкүреш объекттары өсөн йылылыҡ энергияһы етештереү һәм уны ҡулланыусыларға еткереү. “Теплосеть” йәмғиәте районда 7 ҡаҙанлыҡты һәм 16 саҡрымдан ашыу йылылыҡ селтәрен хеҙмәтләндерә.
Йыл һайын йылытыу миҙгеле тамамланғандан һуң йәмғиәт алдан төҙөлгән график буйынса йылылыҡ үткәргестәрҙә гидравлик һынау үткәрә, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәренең технологик ҡорамалдарына ремонт эшәре башҡара. Мәҫәлән, Ҡабаҡ ауылы ҡаҙанлығында эске йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы ремонтланды, ике ҡаҙанлыҡтың фронталь һәм түшәм экрандары участкалары алмаштырылды. Прибельский участка дауаханаһы ҡаҙанлығында – ҡаҙанлыҡҡа индереү алмашынды, ә Ҡырмыҫҡалы ауылында йылылыҡ селтәренең бер өлөшө район суды бинаһына алмаштырыл ған, ауылдың үҙәк ҡаҙанлығы биләмәһендәге автогараждарҙың ҡыйығына капиталь ремонт үткәрелгән.
Быйыл “Теплосеть” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте КВа-1,0 RSD 1000 маркалы яңыртылған һыу йылытыу ҡаҙанын урынлаштырыу һәм етештереүҙе автоматлаштырыу ярҙамында “Газовик” торлаҡ ҡасабаһының ҡаҙанлығын хеҙмәтләндереүсе персоналһыҙ эш режимына күсереү өсөн БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығынан 819 мең һум күләмендә субсидия алды. Был иһә яғыулыҡ-энергетика һәм кеше ресурстарын экономиялауға мөмкинлек бирәсәк.
Электр һәм газ менән иретеп йәбештереүселәр Айрат Вәлийәнов менән Радик Шәнгәрәев, йылылыҡ селтәрҙәре слесарҙары Дамир Әрҙәширов, Валерий Тимофеев, КИПиА слесарҙары Әлфит Ғәйетҡоловтарҙың берҙәм эш һөҙөмтәһе арҡаһында предприятиела эш ырамлы бара. Йәйге осорҙа ҡаҙанлыҡ операторҙары Василий Кузьмин, Вадим Сиражетдинов, Рәмил Мортазин, Рәмил Дәүләтшин һәм башҡалар слесарҙар итеп күсерелә һәм йылытыу миҙгелендә йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын файҙаланыуға әҙерләү буйынса ремонт эштәре менән мәшғүл.
Ойошманың инженер-техник хеҙмәткәрҙәре – мастерҙар Рәис Хәсәнов, Сергей Ефимов, Ильяс Әминев, баш инженер Юрий Афанасьев, баш энергетик Динар Бикҡоловтарҙың хеҙмәтен айырым билдәләп үтке килә.
Йорттарҙың йылылығы беҙҙең эштән генә түгел, биналарҙы йылытыу миҙгеленә әҙерләү буйынса һеҙҙең эшмәкәрлектән дә тора. Йылылыҡ системаһын ҡулланыусылар йылытыуҙың эске йылытыу системаһын йыуырға һәм гидравлик һынау үткәрергә, тоташтырыу арматураһын тикшерергә һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү ойошмаһына Һынау акттарын тапшырырға тейештәр. Әгәр йылытыу системаһының эске яғы коррозияланған, юшҡын ултырһа йәиһә йылытыу системаһының үткәреү һәләте түбән булһа, бинаға йылы аҙыраҡ биреләсәк.
Шул уҡ ваҡытта халыҡтан йылытыу өсөн йыйылған бурыс та предприятие өсөн төп проблемаларҙың береһе булып тора. Бөгөнгө көндә халыҡтан 12 миллион һумдан ашыу бурыс йыйып алаһы бар. Был үҙ сиратында ойошмаларға ремонт эштәрен тулы күләмдә башҡарырға һәм энергия ресурстарын тәьмин итеүселәр менән газ һәм электр энергияһы өсөн ваҡытында иҫәпләшергә мөмкинлек бирмәй. Шуға күрә абоненттарҙан йылылыҡ өсөн ваҡытында түләүҙәрен һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең өҙлөкһөҙлөгө һәм сифаты ошо факторға бәйле булыуын иҫтә тотоуҙарын һорайбыҙ.
Йәмғиәт торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләгән кешеләргә ҙур рәхмәтен белдерә һәм, киләсәктә лә һәр кем тейешле сифаттағы йылытыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә, шулай уҡ ҡулланылған ресурс өсөн ваҡытында түләүгә яуаплы ҡарар, тип ышана.
Әйткәндәй, йылытыу миҙгеленең аныҡ ваҡыты уртаса һауа температураһына бәйле. Норматив талаптарға ярашлы, биш көн рәттән 8 градустан түбән булһа, йылылыҡ даими бирелергә тейеш.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.