

Исеме бар донъяға билдәле спортсыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина суперматчта Якутия шашкасыһы Матрена Ноговицына менән осрашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уйын яҡташыбыҙ файҙаһына булманы.
Спортсылар Николай Кычкин иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй рус һәм йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса ярыштар ваҡытында осрашты. Бишенсе юбилей турниры Саха (Якут) республикаһында ойошторолдо. Матч дүрт партиянан өс мәрәйгә тиклем барҙы. Әммә төп ваҡытта спортсылар 3:3 иҫәбенә уйнаны. Тайм-брейктың тәүге ике партияһында ла иҫәп шул килеш ҡалды. Тик бына өсөнсө өҫтәмә микроматчта уңыш Матрена Ноговицинаға йылмайҙы. Һөҙөмтәлә ул 7:5 иҫәбе менән еңде.
Фото: Башҡортостан юлдаш телеканалы.