Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2022, 17:20

Шайморатов батальоны бәйләнешкә сыҡҡан

Бер яугиребеҙ өс кешенән торған диверсия-разведка төркөмөн табып, уларҙы юҡ иткән.

Шайморатов батальоны бәйләнешкә сыҡҡанШайморатов батальоны бәйләнешкә сыҡҡан
Шайморатов батальоны бәйләнешкә сыҡҡан

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге баталон бер нисә көн бәйләнешкә сыҡмаған. Башҡортостан Башлығының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән үҙ-ара бәйләнеше буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ошо хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.

"Башҡортостан батальондары хәрби әҙерлек үтеп, уҙған аҙнала махсус хәрби операция урынына юлланды. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон бер нисә көн бәйләнештә булманы, бөгөн уның командиры бәйләнешкә инеп хәбәр итте: егеттәр үҙҙәрен ышаныслы тота, батырлыҡтар күрһәтә.

Башҡортостан вәкилдәре һәр саҡ ҡаһарманлыҡтары менән дан тотто. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың “Капрал” саҡырыуы аҫтында эшләгән хәрби хеҙмәткәре кисә милләтселәрҙең өс кешенән торған диверсия-разведка төркөмөн табып, уларҙы юҡ итте. А. Доставалов исемендәге батальон хәрби бурыс үтәү урынына хәрәкәт итә", – тине Алик Камалетдинов.

Фото: srgazeta.ru.     

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас