+24 °С
Ямғыр


«Муха» анимация студияһы "төньяҡ амурҙары" тураһында йәнһүрәт төшөрөүе тураһында ишеткәнһегеҙҙер әле. Йәнһүрәт ата-бабаларыбыҙҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары тураһында бәйән итә.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Төньяҡ амурҙары"н тауышландырыуҙа ҡатнашҡан. Батырҙар тағы ла билдәле йырсы Радик Юлъяҡшиндың һәм "Lumen" төркөмө йырсыларының тауыштары менән һөйләшәсәк. Студия тиҙҙән йәнһүрәтте киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итәсәк.