

Өлкәндәр өсөн бигерәк тә файҙалы йәшелсә ул, ти табип-диетолог, аллерголог-иммунолог Марина Аплетаева. Уның һүҙҙәренсә, бик универсаль ризыҡ, уны шул көйөнсә, быҡтырылған, бешкән йәки тоҙланған килеш тә ҡулланырға мөмкин.
Оло йәштәге кешеләрҙең йыш ҡына ҡанында холестерин кимәле күтәрелә. Кәбеҫтә - ул ҡанда холестерин кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итеүсе йәшелсә. Әгәр ҙә уға яҡшы сифатлы көнбағыш йәки зәйтүн майы ҡушып, болғатылһа, холестеринға ҡаршы көрәштә икеләтә һөҙөмтә буласаҡ.
Тап тоҙланған кәбеҫтә тураһында һүҙ йөрөткәндә, ул эсәктең микрофлораһын яҡшыртырға һәм уны файҙалы бактериялар менән байытырға ярҙам итәсәк, ти белгес.
Фото: Т. АМАНОВ.