Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2022, 15:36

Хәҙер 1 сентябрҙә мәктәпкә нисек киләләр?

Эске кейем менән килгән ҡыҙ һәм ҡыҙ булып кейенгән малай барыһын да шаҡ ҡатырған.

Хәҙер 1 сентябрҙә мәктәпкә нисек киләләр?Хәҙер 1 сентябрҙә мәктәпкә нисек киләләр?
Хәҙер 1 сентябрҙә мәктәпкә нисек киләләр?

Екатеринбургта халыҡ Белем көнө шауҡымынан әле һаман үҙенә килә алмай – мәктәп линейкаһына эске кейемдә килгән ҡыҙҙы һәм ҡыҙ булып кейенгән малайҙы һөйләйҙәр.

“98 мәктәптең 8-се класында уҡыған ҡыҙ мәктәпкә лифчикта  килгән” тигән хәбәр социаль селтәрҙәр буйлап тиҙ таралды. Мәктәп директоры Максим Калинкин әйтеүенсә, уның байрамды боҙғоһо килмәгән. Шуға ла уҡыусының ата-әсәһе икенсе көнгә саҡыртылған. Һөйләшеү мәлендә ҡыҙ үҙенең ҡылығын аңлата алмаған.

108-се гимназияла етенсе клас уҡыусыһы ҡыҙ булып кейенеп килгән һәм иптәштәре менән фотоға төшкән. Белем усағы етәкселеге быға ниндәйҙер аңлатма биреүҙән баш тартҡан. Ә малай иһә үҙенең былай ғына, шаярып ҡына кейенеүен әйткән. Үҫмерҙең был ҡылығын иптәштәре көлөп ҡабул итһә лә, ата-әсәләр уның ҡылығын өнәп етмәгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас