Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2022, 04:50

Өфөлә - “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы

Сара 18 – 22 сентябрҙә үтәсәк.  

Өфөлә - “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресыӨфөлә - “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы
Өфөлә - “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы

Башҡортостандың баш ҡалаһы "Транспорт һәм төҙөлөш" I халыҡ-ара конгресында ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк. Сара "Киләсәк төҙөлөшө" паркы биләмәһендә үтә (Рубеж урамы, 178).

Сараны ойоштороусылар - Рәсәй Федерацияһы Транспорт, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр министрлыҡтары, Башҡортостан Хөкүмәте.

Конгрестың партнеры - Беларусь Республикаһы. Съезда ҡатнашасаҡ рәсми делегацияға Белоруссия Хөкүмәте Премьер-министры Роман Головченко етәкселек итәсәк.

Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған. Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр министры Ирек Фәйзуллин, транспорт министры Виталий Савельев, Федерация Советының конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе Андрей Клишас, "ДОМ.РФ" йәмғиәтенең Торлаҡ секторы финанс үҫеше институтының генераль директоры Виталий Мутко, Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм төҙөлөш буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, Рәсәй автомобиль юлдары дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко, Төҙөүселәрҙең милли ассоциацияһы (НОСТРОЙ) президенты Антон Глушков һәм башҡалар ҡатнашырға теләк белдергән. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Иран илдәренән делегациялар килеүе көтөлә.

Конгрестың төп сараһы "Стратегия-2030 — транспорт һәм төҙөлөш” пленар сессияһы буласаҡ, унда федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары вәкилдәре, партнер илдәр, бизнес вәкилдәре, эксперттар һ. б. сығыш яһаясаҡ.

Сара барышында махсуслаштырылған "Алға китеш" күргәҙмәһенә айырым иғтибар бүленәсәк. Унда Рәсәйҙең һәм күрше илдәрҙең эре компанияларының техник, технологик ҡаҙаныштары менән танышырға мөмкин буласаҡ.

Асыҡ майҙанда "КамАЗ", "МАЗ", "Амкадор", "Дортрансстрой", Минск трактор заводы, 103-сө депо, “Башавтотранс”, “Уралмаш”, “Акрос РБ” предприятиеларының махсус техникаһы тәҡдим ителәсәк.

Айырым павильонда баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар Өфөнөң 450-йыллығына төҙөлгән объекттар менән танышыу мөмкинлегенә эйә. Ҡурсаҡ театры, Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Фән һәм мәҙәниәт һарайы һәм башҡа бер нисә проект тиҙҙән баш ҡалала үҙ урынын аласаҡ.

Пилотһыҙ осоу аппараттары, ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе, гастро-фестиваль, тантаналы асыу, байрам концерты — 120 мең квадрат метрҙан ашыулыҡ майҙанда киң саралар үтәсәк. Конгресс Нефтекамала "НефАЗ" йәмғиәтенең 45 йыллығы айҡанлына бәйле байрам менән тамамлана.

Тулыраҡ мәғлүмәт ошо һылтанма буйынса: https://ufa-congress.ru/akkreditacziya-smi/

Өҫтәмә мәғлүмәтте телефон аша алырға мөмкин: 8 (800) 234-27-02.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас