Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2022, 09:07

Ҡайҙа барырға? Нимә эшләргә?

“Баланы яңғыҙың да тәрбиәләй алаң инде", - тип мине әрнеткән, илатҡан осраҡтары күп булды..."

Ҡайҙа барырға? Нимә эшләргә?Ҡайҙа барырға? Нимә эшләргә?
Ҡайҙа барырға? Нимә эшләргә?

Тормош булғас, төрлө хәлдәр осрай, һәр кемдең яҙмышы үҙенсә, бер иш түгел. Кемдер һынауҙарҙы намыҫ менән үтһә, кемдер юғалып ҡала, башҡаларҙан кәңәш һораусылар ҙа юҡ түгел. Түбәндәге хат авторы ла төркөмдәштәребеҙҙең кәңәшенә мохтаж. “Бәлки, һеҙҙең тормошоғоҙҙа ла ошондайыраҡ хәлдәр осрағандыр? Бәлки, әлеге ваҡытта ла кемдер ошондай хәлдәлер?” – тигән һорауҙарын да яҙған Фирүзә исемле ҡатын. Уның хатын һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

“Миңә - 28 йәш, иремә - 27. Байтаҡ танышып йөрөп, бер-беребеҙҙе яҡшы ғына белгәс, йөклө икәнлегем асыҡланғас, ирем менән уның ата-әсәһе янында йәшәргә ҡарар иттек. Аҙыҡ ҡына ошо ваҡытта хаталы аҙым яһағанымды аңланым, тик бик һуң ине...

Башта барыһы ла яҡшы барҙы. Ҡәйнәм дә бик хәстәрлекле ине, хатта миңә, бала көткән килененә, айырым ашарға бешерҙе, аҙаҡ бәпес донъяға килгәс, уны ҡарашырға ярҙам итте. Артабан яйлап ҡына ошо барлыҡ мәшәҡәттәр үҙ иңемә төштө. Ул үҙе барыһын да кәйефе булһа ғына эшләй ине. Сәләмәтлеге арыу ғына булһа ла, үҙ тормошо менән йәшәй бирҙе, хатта бармағын саҡ ҡына ҡанатһа ла, көн дауамына үҙенең бүлмәһендә яратҡан фильмдарын ҡараны.

Мин барлыҡ йорт мәшәҡәттәрен дә шым ғына атҡарҙым. Тик аҙаҡ ҡына бөтәһен дә дөрөҫ эшләмәгенмде аңланым. Был ваҡытта ҡәйнәм миңә аҡыл өйрәтә башланы. Башта уҡ фатир иремдеке тип әйтһәләр ҙә, был ысынбарлыҡта һиҙелмәй ине. “Баланы яңғыҙың да тәрбиәләй алаң инде”, - тип йөрәгемде әрнеткән, илатҡан осраҡтары күп булды.

Тағы шуныһы: ирем менән минең бер ҡасан да ҡулыбыҙҙа аҡсабыҙ булманы. Ирем һәм уның атаһы эш хаҡтарын алып ҡайта ла ҡәйнәмә тотторор ине. “Ә ниңә миңә аҡса бирмәйһең?” – тип иремдән һорағас, “Аҡса тота белмәйһең”, - тип кенә мығырланы. Ә кейәүгә сыҡҡанға тиклем үҙемдең аҡсам үҙемә китә ине.

Ирем алһыҙ-ялһыҙ эшләне, ә мин бала менән өйҙә ултырҙым. Ғаиләбеҙҙә янъял ҡуба, аҙналар буйы һөйләшмәй башланыҡ, ә ҡәйнәм улына һәм иренә ярар өсөн көн һайын йылмайҙы, матур итеп ҡаршыланы. Әле лә шулай. Ә мин нимә эшләргә лә белмәйем. Сығып китер инем, ата-әсәйем, яҡын туғандарым юҡ. Ҡала егетенә кейәүгә сыҡтым тип, ятаҡтағы бүлмәмдән дә баш тартҡайным... Ҡайҙа барырға? Нимә эшләргә? Нисек тормошомдо үҙгәртергә?”.

Фото: ofigenno.com

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас