Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2022, 15:12

Автопаркты яңыртыу дауам итәсәк

“НефАЗ”дар араһында “юбилейный” – меңенсеһе лә бар

Автопаркты яңыртыу дауам итәсәкАвтопаркты яңыртыу дауам итәсәк
Автопаркты яңыртыу дауам итәсәк

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров түбәндәге һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан.

– Беҙ Өфөлә тапшырған ошо “НефАЗ”дар араһында “юбилейный” – меңенсеһе лә бар, – тип яҙған Радий Хәбиров. – Дөрөҫөрәге, 1006 бәләкәй, урта һәм ҙур класлы автобустарҙы республика транспорт реформаһы башланған саҡтан алып һатып алды. Транспортты шәхси пассажир ташыусылар ҙа яңырта. Нефтекама заводында сыҡҡан автобустарҙың яңы партияһы халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләсәктә лә автопаркты яңыртыу дауам итәсәк, хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты һәм сервис яҡшырасаҡ. Маҡсат – республика халҡы хәүефһеҙ йәмәғәт транспортында йөрөһөн.

Фото: “Бәйләнештә” селтәре.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас