Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2022, 10:07

10 сентябрҙә Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе ойошторола

Бынан тыш, 24 сентябрҙә өфөләр «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнаша, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

10 сентябрҙә Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе ойошторола10 сентябрҙә Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе ойошторола
10 сентябрҙә Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе ойошторола

10 сентябрҙә Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе үткәрелә, тип хәбәр иттеләр мэриянан.

Бынан тыш, 24 сентябрҙә өфөләр «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнаша, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

«2 октябргә тиклем дауам иткән санитар айлыҡтың тәүге яртыһы башлыса ҡала биләмәһен йыйыштырыуға, ә икенсеһе ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы йәшелләндереүгә һәм урмандарҙы тергеҙеүгә арнала», — тип белдерҙеләр муниципалитетта.

Шәмбе өмәһендә, ғәҙәттәгесә, Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Тыуған ҡалаһының биләмәһен таҙартыуға үҙ өлөшөн индерергә теләгән өфөләр, предприятиеларҙың, ойошмаларҙың хеҙмәт коллективтары саҡырыла.

«Биләмәне йыйыштырғанда геморрагик биҙгәк буйынса эпидемиологик хәлде иҫәпкә алырға кәрәк. Битлек, бирсәткә кейеү мотлаҡ. Айырыуса урмандарҙа, юл буйҙарында эшләгәндә хәүефһеҙлек техникаһына иғтибар итеү мөһим», — тип билдәләнеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-08/10-sentyabrya-v-ufe-sostoitsya-obschegorodskoy-subbotnik-2940234

Автор:Галина Бахшиева
Фото: Валерий Шахов
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас