

Күрше Силәбенән Анжелика һәм Евгений Денисовтар туйға килгән ҡунаҡтарҙан сәскә урынына ... кәнсә тауарҙары бүләк итеүҙе һораған. Туйҙан һуң улар был әйберҙәрҙе күп балалы, мохтаж, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә таратҡан.
- Бүләк ителгән сәскәләр бер аҙнанан һулып юҡҡа сыҡһа, беҙ уларҙы ташлар инек, ә былай, исмаһам, кәнсә тауарҙарын балалар бер йыл буйы ҡыуанып, рәхәтләнеп ҡулланасаҡ, - ти йәштәр.
Йәштәрҙең теләген барлыҡ дуҫтары, туғандары хуплап ҡаршы алған.
Ярҙам алыусылар араһында өс балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән Ләйсән Шәһиәздәнова ла бар.
- Өлкән улым икенсе класҡа бара. Кәнсә тауарҙарына яҡынса 1500-2000 һум аҡса китер ине. Унан тыш, костюм һәм аяҡ кейеме кәрәк. Был беҙҙең ғаилә өсөн ҙур ярҙам булды. Йәштәргә ҙур рәхмәт! – ти.
“Беҙҙең өлгөгә башҡалар ҙа ҡушылыр, тигән өмөттәбеҙ. Ә шәхсән үҙебеҙ киләсәктә лә ошондай изге эштәрҙә ҡатнашырға, яңы башланғыстар уйлап сығарырға теләйбеҙ”, - ти Анжелика менән Евгений.
Сығанаҡ: “СРОЧНАЯ НОВОСТЬ!” төркөмө.
Фото: видеонан скриншот.