

«Яндекс», «Нетология», Geekbrains, СберУниверситет, 1С һәм башҡа курстарҙа өҫтәмә һөнәр алырға йәки белем кимәлен күтәрергә мөмкин. «Һанлы иҡтисад» милли проекты ярҙамында 30 меңдән ашыу рәсәйле белем ала. Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
Кемдәр 50 процент ташлама алырға хоҡуҡлы?
– эш хаҡы уртаса кимәлдән түбәнерәк булған рәсәйлеләр
– юғары уҡыу йорто, техникум һәм колледж студенттары
– бюджет ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре
– 3 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән һәм эш хаҡы уртасанан юғары булған ата-әсәләр
Кемдәрҙең 75 процент ташлама алыуы мөмкин?
– 3 йәшкә тиклемге балаһы булған һәм уртасанан кәмерәк эш хаҡы алған ата-әсәләр
– мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тормаған эшһеҙҙәр
Кемдәр 100 процент ташлама алырға мөмкин?
– мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған эшһеҙҙәр
– мөмкинлектәре сикле кешеләр
Күрһәтелгән сайтта яҙылырға мөмкин: vk.cc/cghmbW
Кешеләргә һәм эшҡыуарлыҡҡа бөтә көнүҙәк ярҙам саралары хаҡындағы мәғлүмәтте объясняем.рф интернет-ресурсында табырға мөмкин.