Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2022, 04:43

Халыҡҡа һанлы хеҙмәттәр кәрәк

Республиканың 2,8 миллион кешеһе электрон төрҙә хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә.  

Халыҡҡа һанлы хеҙмәттәр кәрәкХалыҡҡа һанлы хеҙмәттәр кәрәк
Халыҡҡа һанлы хеҙмәттәр кәрәк

6 сентябрҙә Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә “Дәүләт хеҙмәттәре” платформаһында һанлы сервистар индереү һөҙөмтәләре һәм перспективалары тикшерелде.

– 2022 йылда "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында Башҡортостандан 900 мең яңы ҡулланыусы теркәлгән. Шулай итеп, республиканың 2,8 миллион кешеһе электрон төрҙә хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. – Ыңғай динамиканы 2021 йылда “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә 100-ҙән ашыу социаль әһәмиәтле хеҙмәт күрһәтелеүе менән аңлатырға мөмкин. Улар иҫәбендә – өс йәштән ете йәшкәсә балаларға социаль түләүҙәр юллау мөмкинлеге.

Геннадий Разумикин билдәләүенсә, 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында “Табипҡа яҙылыу” иң популяр хеҙмәт булған. Уның менән 5,6 миллион тапҡыр файҙаланғандар.

2022 йылда Башҡортостанда 30 хеҙмәт электрон форматҡа күсерелгән. Йыл аҙағына тиклем уларға тағы 24 хеҙмәт өҫтәләсәк. Был урман хужалығы һәм халыҡҡа социаль ярҙам өлкәһендәге хеҙмәттәр.

Министр бизнес өсөн электрон сервистар индереү тураһында ла һөйләне. Башлыса улар ер-милек мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөш менән бәйле. Әйтәйек, “Һанлы төҙөлөш һәм мөлкәт” суперсервисы эшләй башланы. Был төрлө тормош хәле буйынса төркөмләнгән дәүләт хеҙмәттәре комплексы.

Башҡортостан Башлығы министрлыҡ коллективына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Беҙ һанлы хеҙмәттәр индереүҙең һәйбәт темпын күрәбеҙ. Улар республика халҡы өсөн бик кәрәк һәм байтаҡ социаль-иҡтисади процестарҙы ябайлаштыра, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас