Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2022, 10:09

Башҡортостандың Милли музейы Милли кейем көнөнә саҡыра

Был көндө милли кейемдә йәки милли биҙәүестәр тағып килгәндәр өсөн музейға инеү ирекле, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Башҡортостандың Милли музейы Милли кейем көнөнә саҡыраБашҡортостандың Милли музейы Милли кейем көнөнә саҡыра
Башҡортостандың Милли музейы Милли кейем көнөнә саҡыра

9 сентябрҙә Башҡортостандың Милли музейында милли йолаларҙы һаҡлауға һәм милли кейемгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға йүнәлтелгән Милли кейем көнө барышында «ЭТНО стилендәге көн»тигән  саралар циклы уҙғарыла тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Был көндө милли кейемдә йәки милли биҙәүестәр тағып килгәндәр өсөн музейға инеү ирекле, тип хәбәр итә музейҙың матбуғат хеҙмәте.

Ҡунаҡтар өсөн милли күкрәк биҙәүесе менән фотозона, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туй кейеме тураһында тематик экскурсия, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу ойошторола. Бынан тыш, күргәҙмәлә рус һәм сыуаш халыҡтарының сигеү эшенә, һарауыс сигеүенә, милли уйын ҡоралы ҡурай яһауға, шулай уҡ яулыҡты матур итеп бәйләргә өйрәнергә мөмкин. Был көндә донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән осрашыу, башҡорт милли кейемдәре дефилеһы һәм «Этностилдә бейе» флешмобы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-00-31. Билетты «Пушкин картаһы» менән а һатып алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-09-06/natsionalnyy-muzey-bashkortostana-priglashaet-na-den-natsionalnogo-kostyuma-2937870

Автор:Ләйлә Аралбаева
Фото: башинформ.ру
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас