Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2022, 11:43

Башҡортостанда йәшәүселәр 12 сентябргә ҡараған төндә һауала ғәҙәти булмаған күренешкә шаһит була ала

Өфө планетарийының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 12 сентябргә ҡараған төндә ай Юпитер янынан үтәсәк.  

Башҡортостанда йәшәүселәр 12 сентябргә ҡараған төндә һауала ғәҙәти булмаған күренешкә шаһит була алаБашҡортостанда йәшәүселәр 12 сентябргә ҡараған төндә һауала ғәҙәти булмаған күренешкә шаһит була ала
Башҡортостанда йәшәүселәр 12 сентябргә ҡараған төндә һауала ғәҙәти булмаған күренешкә шаһит була ала

Юпитер әле төнө буйы бик сағыу йондоҙ һымаҡ күренә, төн уртаһынан һуң офоҡ өҫтөнән көньяҡҡа күтәрелеп, таң алдынан көньяҡ-көнбайышта балҡып тора.

 

11 сентябрҙә ул көнсығышта Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 8-ҙә күтәрелә һәм туп-тура Ай өҫтөндә урынлашасаҡ. Ул офоҡ өҫтөнән 20 минутҡа һуңыраҡ сыға. Төн уртаһында был пар офоҡ өҫтөнән күтәреләсәк, һәм уны көньяҡ-көнсығышта - күрергә мөмкин буласаҡ. Юпитер ҡояш нурҙарында юҡҡа сыҡҡансы, улар эргәлә генә күренәсәк. Көндөҙ ҡояш ҡалҡҡандан һуң ай көнбайышта күренәсәк һәм иртәнге сәғәт 9-ҙа байыясаҡ.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, айҙың Сатурн менән яҡынайыуын 9 сентябргә ҡараған төндә лә күрергә мөмкин.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас