Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентября 2022, 05:43

Башҡортостанда игендең тулайым йыйымы 4,078 миллион тонна тәшкил иткән

Башҡортостанда иген культураларын йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү тамамлана. Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, иген культуралары майҙандарының 82% сабылған, тулайым йыйым 4,078 миллион тонна тәшкил иткән.

Башҡортостанда игендең тулайым йыйымы 4,078 миллион тонна тәшкил иткәнБашҡортостанда игендең тулайым йыйымы 4,078 миллион тонна тәшкил иткән
Башҡортостанда игендең тулайым йыйымы 4,078 миллион тонна тәшкил иткән

Ужымды йыйыу 268 мең гектарҙа тамамланған, йәғни сәсеүлектәрҙең 99%. 850 мең тонна ашлыҡ һуғылған, ужым культураларының уңышы гектарынан 32,3 центнер тәшкил иткән. 3,24 миллион тонна яҙғы культуралар һуғылған, гектарынан уңыш — 28,4 центнер. Шулай уҡ май бирә торған культураларҙың 10% йәки 54 мең тоннаһы һуғылған, башлыса көнбағыш. Борсаҡ йыйыу тамамланған, арпа, һоло һәм ҡарабойҙай йыйыу дауам итә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республика аграрийҙары 4 миллион тонна менән генә туҡталып ҡалырға тейеш түгел, кәмендә 5 миллион, ә иң яҡшыһы 6 миллион тонна йыйырға кәрәк, бындай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Әйткәндәй, 1986 йылда Башҡортостанда 5,94 миллион тонна иген йыйып алынған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-06/valovyy-sbor-zernovyh-v-bashkirii-sostavil-4-078-tysyach-tonn-2937708

Автор:Роман Якимчук
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас