Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
6 Сентября 2022, 06:05

Ғәскәровсыларҙа - яңы директор

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ижади коллективтың яңы етәксеһе менән таныштырҙы

Ғәскәровсыларҙа - яңы директорҒәскәровсыларҙа - яңы директор
Ғәскәровсыларҙа - яңы директор

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең етәксеһе үҙгәрҙе. Кисә яңы директор менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ижади коллективтың яңы етәксеһе менән таныштырҙы. Ул - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов.

 Нәзир Нияз улы Байегетов Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуған, Сибай ҡалаһында үҫкән. Учалы сәнғәт училищеһын Мәскәү дәүләт мәҙәниәт интитутын тамамлаған. Быға хәтлем ул Ғәскәров бейеү ансамбленең ижади өлөшө буйынса директор урынбаҫары булған. Былтыр "Йәш йөрәктәр" башҡорт бейеүенә үҙенсә постановка ҡуйған.

Ансамблдең элекке директоры Алмас Сәйетов күптән түгел БР мәҙәниәт министры урынбаҫары тип тәғәйенләнде.

Фото: "Башинформ"

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас