

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Борай ауылындағы 3-сө урта мәктәптә яңыртылған киңлек – ял һәм хеҙмәттәшлек зонаһы асылды. Был проект мәктәп башланғыстары конкурсында еңеп сыҡты һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы тормошҡа ашырылды. Эшкә республика ҡаҙнаһынан 500 мең һум аҡса бүленде.
Яңы зонаны төҙөгәндә яңы материалдар файҙаланылған, уны биҙәү йәһәтенән үҙенсәлекле алымдар ҡалланылған, уҡыусыларҙың теләге иҫәпкә алынған.
Тәүге уҡыу көнөндә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вәкилдәре IX класс уҡыусыларына фәнни тамаша күрһәтте. Улар физикаға һәм химияға ҡағылды. Яңыртылған мәктәп киңлегендә балалар һауаны шыйыҡсаға әйләндерҙе һәм предметтарҙы осорға мәжбүр итте.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/309313
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)