

Был Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында бынан 15 йыл элек – 2004 йылдың 1-3 сентябрендә булған ҡот осҡос хәлгә бәйле. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, әлеге террор акты һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була – уларҙың 186-һы балалар, 15-е уҡытыусылар, 10-ы хәрбиҙәр, ҡалғандары ата-әсәләр һәм килгән ҡунаҡтар. 900-ҙән ашыу кеше төрлө йәрәхәттәр ала.
Ошо дата сиктәрендә Иҫке Бәпес китапханаһында терроризм ҡорбандарын иҫкә алыу акцияһы һәм класс сәғәттәре үтте. Китапханасы Әлфиә Байдәүләтова төрлө хәлдәрҙә үҙеңде нисек тотоу тураһында әңгәмә ҡорҙо. Мәҙәни ойоштороусы Сулпан Хәлитова 1 сентябрҙә Төньяҡ Осетияла булып үткән ваҡиғалар тураһында һөйләне. Беслан гимнын (авторы Михайлов) тыңланылар. Һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар һәм күккә аҡ шарҙар осорҙолар.