Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
6 Сентябрь 2022, 17:38

"Баланы мәктәпкә әҙерлә" акцияһына йомғаҡ яһалды

"Хәҙер беҙ Башҡортостанға Донбасстан килгән балалар өсөн көҙгө-ҡышҡы кейем комплекттарын әҙерләйбеҙ".  

"Баланы мәктәпкә әҙерлә" акцияһына йомғаҡ яһалды"Баланы мәктәпкә әҙерлә" акцияһына йомғаҡ яһалды
"Баланы мәктәпкә әҙерлә" акцияһына йомғаҡ яһалды

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы йомғаҡтары буйынса фекер алыштылар. Ул июль-август айҙарында “Яңы мәктәп” федераль партия проекты сиктәрендә үтте.

– “Берҙәм Рәсәй” акцияның, шул иҫәптән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан мәжбүри күсеп килеүселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙең операторы булып сығыш яһаны, – тине партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов. – Белем көнөндә беҙ Донбасстан 210 баланы кәрәкле бөтә нәмә менән тулыһынса тәьмин иттек.  Был – мәктәп һәм спорт формаһы, аяҡ кейеме, рюкзактар, яҙыу кәрәк-яраҡтары. Бынан тыш, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы, шулай уҡ колледждар, юғары уҡыу йорттары студенттарын уҡыуға әҙерләүҙә ярҙам иттек.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һүҙҙәренсә, республика халҡының һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренең ирекле иғәнәләре ярҙамында мохтаж уҡыусылар өсөн канцелярия тауарҙары һатып алыуға аҡса йыйылды.

– Хәҙер беҙ Башҡортостанға Донбасстан килгән балалар өсөн көҙгө-ҡышҡы кейем комплекттарын әҙерләйбеҙ, – тине Максим Забелин.

Республика Башлығы “Берҙәм Рәсәй” партияһы әүҙемселәренә һәм битараф булмаған кешеләргә рәхмәт әйтте.

– Һеҙ яҡшы эш башҡараһығыҙ. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ Донбасстан күсеп килеүселәрҙе беҙҙең предприятиеларға эшкә урынлаштырыу менән әүҙемерәк шөғөлләнергә кәрәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас