

Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы халҡы үҙенсәлекле һәм бик алдынғы ҡарашлы булыуы менән дан тота. Был юлы ла бик ҡыҙыҡлы алым менән республика халҡын шаҡ ҡатыра шаймораттар.
Өфө – Белорет юлында эшҡыуар Артур Нур баҙар һәм ял итеү урыны ойоштора. Үҙенсәлекле баҙарҙа фермерҙар һәм ауыл халҡы етештергән аҙыҡ-түлекте һатып алып була: алма, шифалы үләндәр, көнбағыш майы, йомортҡа, бал һәм башҡаһы теҙелеп ҡуйылған, ә һатыусы юҡ! Бары видеокамера урынлаштырылған. Һәр көн иртән “Шайморат” крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәткәрҙәре тауарҙы тикшереп тора. Һатып алыусы махсус йәшниккә аҡса ҡалдыра ала, йәки уны телефон аша банк картаһына күсерергә була.
Үҙенсәлекле баҙар бер йыл самаһы эшләй. Ошо арауыҡ эсендә алдау осраҡтары булмаған. Бер тапҡыр ғына аҡса ваҡытында килеп етмәгән, осраҡ Интернет селтәренең насар тотоуы менән генә бәйле.
Фото: “Сельские узоры” журналынан алынды.