

Бөгөнгө шарттарҙа ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр темаһы көнүҙәк булып тора. Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты һәм Башҡортостандың эшҡыуарҙар ойошмалары ассоциацияһы менән берлектә ойошторған "түңәрәк өҫтәл"ендә лә ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Рәсәй һәм Иран мөнәсәбәттәрендә стратегик хеҙмәттәшлек бәйләнештәре төп йүнәлешкә әйләнергә тейеш – эшлекле осрашыуҙа ошо күҙлектән сығып фекер алышыуҙар ҡоролдо.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова билдәләүенсә, был хеҙмәттәшлек республика өсөн яңы юлдар аса. Ике ил араһында быйыл тәүге алты айҙа тышҡы сауҙа әйләнеше 58 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандан экспорт 53,5 процентҡа күбәйгән, ә импорт – 46 тапҡырға.
– Емешле хеҙмәттәшлекте үҫеш һәм мөнәсәбәттәрҙе нығытыу йүнәлеше ҡеүәтләп тора. Быйыл юғары кимәлдә бер нисә осрашыу үтте. Октябрҙә Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге делегация рәсми эш сәфәре менән Иранға барасаҡ. Унда Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәтен презентациялау, Иранда республиканың вәкиллеген асыу, республика предприятиелары өсөн эшҡыуарлыҡ сәфәрен ойоштороу кеүек саралар ҡаралған, – тине Лена Изотова.
Шулай уҡ ул эш сәфәре сиктәрендә фән, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытыуға иғтибар биреләсәге тураһында һөйләне. Мәғлүм булыуынса, әле Башҡортостан дәүләт медицина университетында Ирандан 53 студенттың белем ала.
Өфө менән Тегеран араһында тура авиарейстар асыу яңы мөмкинлектәргә юл асасаҡ.
Кәңәшмәлә Иран менән эшҡыуарлыҡты алып барыу аспекттары, сикләүҙәр, Ислам Республикаһының фонд баҙарында инвестициялау үҙенсәлектәре, Иранға экспорт һәм башҡа темалар ҙа ситтә ҡалманы.
Фекер алышыуҙар барышында көнүҙәк мәсьәләләргә лә туҡталдылар, шулай уҡ перспективаларҙы билдәләнеләр. Ошондай төрҙәге осрашыуҙар дауам итәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәтенең был сәйәсәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор:Рәмилә Мусина