

Аҙыҡ-түлек индустрияһы өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Почет билдәһе орденлы Бәләбәй һөт комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең техник директоры Владимир Ильинға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ветеринария өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Маяҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш ветеринар табибы Илсур Төхвәтуллин «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринар врачы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Ағиҙел-Инвест-Строй» махсус төҙөүсеһе яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Филүс Ишбулатов «2-се дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән билдәләнде.
Хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Икенсе дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы Федераль ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының Шишмә, Архангел, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Кушнаренко райондарында территориаль бүлеге баш белгес-эксперты Наисы Наилә Заһретдиноваға тапшырылды.
Сығанаҡ: "Башинформ"