Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Сентябрь 2022, 07:26

Ата-бабаларығыҙ күпме, белгегеҙ киләме?

Ярай, атай-әсәйегеҙ – ике кеше, олатай-өләсәйҙәрегеҙ – йәнә дүрт кеше, ҡарт олатай-өләсәйҙәрегеҙ – тағы һигеҙ кеше... Әле был һеҙ күреп белгәне генә тиерлек.  

Ата-бабаларығыҙ күпме, белгегеҙ киләме?Ата-бабаларығыҙ күпме, белгегеҙ киләме?
Ата-бабаларығыҙ күпме, белгегеҙ киләме?

Һеҙ тыуһын өсөн нисә кеше тырышып ғүмер иткәне, балалар тыуҙырып үҫтергәне тураһында уйланғанығыҙ бармы? Ярай, атай-әсәйегеҙ – ике кеше, олатай-өләсәйҙәрегеҙ – йәнә дүрт кеше, ҡарт олатай-өләсәйҙәрегеҙ – тағы һигеҙ кеше... Әле был һеҙ күреп белгәне генә тиерлек.
Ә бына борондан шәжәрәһен белгән кешеләр ҙә байтаҡ. Кем ете быуынын белә, кем – 10 быуынын, кем хатта – 12 быуынын...

Бына минең атай яғынан 10 быуыным билдәле, әсәй яғынан – 11. Ҡыҙыҡ өсөн һанап сыҡтым: атайым шәжәрәһенән мин тыуһын өсөн 1024 кеше тырышҡан, әсәй яғынан – 2048! Шәп бит! Күпме өләсәйем һәм олатайым булған – ниндәй баймын! Кем 15 быуынын белә, уның уға тиклемге ата-бабалары 32 768 кеше булған!

Ҡыҙыҡһынһағыҙ, һеҙ ҙә туғанлыҡ ебен һанап сыға алаһығыҙ:

1-се быуын (атай, әсәй) – 2 кеше.

2-се быуын (олатайҙар, өләсәйҙәр) – 4 кеше.

3-сө быуын (ҡарт олатайҙар, өләсәйҙәр) – 8 кеше.

4-се быуын (олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең олатайҙары, өләсәйҙәре) – 16 кеше.

5-се быуын – 32 кеше.

6-сы быуын – 64 кеше.

7-се быуын – 128 кеше.

8-се быуын – 256 кеше.

9-сы быуын – 512 кеше.

10-сы быуын – 1024 кеше.

11-се быуын – 2048 кеше.

12-се быуын – 4096 кеше.

13-сө быуын – 8192 кеше.

14-се быуын – 16 384 кеше.

15-се быуын – 32 768 кеше.

Һәм был иң боронғо ата-бабаларыбыҙ яҡынса 300 йыл элек кенә йәшәгән. Шул осорҙан бөгөнгәсә беҙ тыуһын өсөн 32 меңдән ашыу нәҫелебеҙ ғүмер иткән, балалар үҫтергән. Ҡыҙыҡ...

Фото: Әхмәтҡужиндар ғаиләһенән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас