Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Сентябрь 2022, 04:51

Ҡабаҡ майы тирене һыуыҡтан да, эҫенән дә һаҡлар

Унда майлы кислоталар, витаминдар, минераль матдәләр күп. Бынан тыш...

Ҡабаҡ майы тирене һыуыҡтан да, эҫенән дә һаҡларҠабаҡ майы тирене һыуыҡтан да, эҫенән дә һаҡлар
Ҡабаҡ майы тирене һыуыҡтан да, эҫенән дә һаҡлар

Бынан тыш, составына гормоноидтар инә. Йәғни ҡар­тайыу процесын тот­ҡарлаусы гормонға оҡшаш мат­дәләр. Был иһә һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн бик файҙалы.
Ҡабаҡтан эшләнгән эликсир тире елдән, һыуыҡтан ярыл­ғанда ярҙам итә. Шунлыҡтан һыуыҡтар башланмаҫ борон уны күп итеп әҙерләп ҡалырға кәрәк. Шулай уҡ тире янғанда һәм ҡырҡылғанда ҡулланалар. Ҡулланыу ябай ғына: көн һайын йоҡа ғына ҡатлам итеп бит тиреһенә һөртөргә. Шулай уҡ күҙ һәм ирен тирәләй ҙә һөртөргә ярай. 30 – 40 минуттан һуң йылы һыу менән йыуып төшөрөргә. Ҡалдығын мамыҡ киҫәге йә салфетка менән дә һөртөп алырға мөмкин. 
Кремдарға ла ҡушырға була. Йәйгеһен ҡояш ҡыҙҙырғанда тәнде ошондай крем менән ыуып торорға кәрәк. Ул тимгелле таптар бар­лыҡҡа килеүҙән дә һаҡлар. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас