Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Сентябрь 2022, 14:09

Зыяны ла булыуы ихтимал

Виноградты ашауға бәйле кемдәр өсөн ниндәй сикләүҙәр бар?  

Зыяны ла булыуы ихтималЗыяны ла булыуы ихтимал
Зыяны ла булыуы ихтимал

Әле сауҙа нөктәләрендә яңы йыйылған төрлө сортлы виноградтар күренә башланы. Билдәле булыуынса, был емеш организм өсөн бик файҙалы. 

Табиптар һәм ғалимдар, виноград составындағы үҫемлек эстрогендары төркөмөнән булған ресвератол тигән матдә күҙәнәктәргә зыян килтерә торған ҡушылмаларға ҡаршы көрәшеүгә һәләтле, ти. Бынан тыш, ул холестерин күләмен кәметә. Виноград төштәрендә булған А, Е һәм К витаминдары, шулай уҡ тәбиғи май күҙәнәктәрҙе нығытыуға, йәшәртеүгә ярҙам итә.
Кофе кислотаһы, кверцетин һәм мирецетин кеүек фенол тоташтырғыстар организмды онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан һаҡлай. Виноград сәләмәтлек өсөн файҙалы булған башҡа үҙенсәлектәргә лә эйә. Унда целлюлоза, шәкәр һәм кислоталар ҡатнашмаһы тәбиғи йомшартҡыс булып тора, ә минералдар тештәрҙе, һөйәктәрҙе нығытыуға булыша.
Табиптар көн һайын 150-нән алып 250 грамға тиклем виноград ашарға кәңәш итә. Уларҙың һүҙҙәренсә, иммунитетты нығыта торған антиоксиданттар ҡара төҫтәгеһендә күп. Әммә виноград ҡарараҡ төҫтә булған һайын, уның аллергендар ҡеүәте лә ҙурыраҡ булыуын онотмағыҙ.
Күптәр виноградты төшө менән бергә ашай. Табиптар фекеренсә, виноград төшөндә витаминдар һәм башҡа файҙалы матдәләр бар. Улар емештең төшөндә хатта күберәк миҡдарҙа ла була. Тик уның төшөн яҡшылап сәйнәргә кәрәк. Шулай ҙа сама белеү яҡшы - уны эшкәртеү ашҡаҙанға ҙур ауырлыҡ тыуҙыра. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ашҡаҙан-эсәк хроник сирҙәре (гастрит, йәрәхәт, язва) булған кешеләргә иһә виноградты төшө менән ашау бөтөнләй кәңәш ителмәй.
Фото: rsport.ria.ru
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас