

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков Вьетнам Социалистик Республикаһының Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә 77 йыл тулыу айҡанлы Ғәҙәттән һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Данг Минь Кхой әфәнде саҡырыуы буйынса ҡабул итеүҙә булды.
Ғәҙәттән һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Данг Минь Кхой әфәнде менән һөйләшеүҙә Сергей Греков республикабыҙҙың һиҙелерлек иҡтисади ҡеүәте һәм киләсәктә Вьетнам Республикаһы менән Башҡортостандың мөмкин булған сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрен билдәләне.
Был әңгәмәнең төп һөҙөмтәһе Сергей Грековтың Вьетнамдың Рәсәйҙәге илселеге кәңәшсеһе Зыонг Хоанг Минь менән осрашыу тураһында килешеүе булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Сарала Мәскәүҙәге дипломатик корпус, Федераль структуралар, Сит ил эштәре министрлығы, Дәүләт Думаһы, Хөкүмәт вәкилдәре булды.
Фото: pravitelstvorb.ru