

Рәсәй авиацияһы илдең көньяғына һәм үҙәк өлөшөнә осоштарҙы сикләү режимын 10 сентябргә тиклем оҙайтты тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Был хаҡта мәғлүмәт ведомствоның сайтында баҫылған.
Һүҙ Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста ҡалаларына маршруттар тураһында бара.
Рәсәй авиакомпанияларына Сочи, Волгоград, Минеральные Воды, Ставрополь һәм Мәскәү аша альтернатив маршруттарҙан файҙаланырға тәҡдим ителде.
Илдең башҡа аэропорттары ғәҙәттәгесә эшләй, тип белдерҙеләр Федераль һауа транспорты агентлығында.
Автор и фото: башинформ.ру