Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Сентябрь 2022, 17:45

"Еңеү диктанты" акцияһы үтте

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күпме йылдар үтте, әммә ул килтергән яралар һаман онотолмай.

"Еңеү диктанты" акцияһы үтте"Еңеү диктанты" акцияһы үтте
"Еңеү диктанты" акцияһы үтте

Эйе, беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйергә, фронтта һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән быуын тураһында иҫтәлектәрҙе быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Ошо уңайҙан ойошторолған “Еңеү диктанты” ла тап ошо тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында уҙғарыла.

Яҡташтарыбыҙ ҙа был акцияға әүҙем ҡушылды. Районда “Еңеү диктанты”н яҙыу өсөн өс майҙансыҡ эшләне. Улар 2-се Ҡырмыҫҡалы, Прибельский мәктәптәрендә һәм Ляховолағы кинологтар мәктәбендә үтте. Тарих буйынса белемен һынарға теләүселәр бик күп булды. Улар араһында район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, район хакимиәте, балалар баҡсалары вәкилдәре, район мәктәптәре уҡытыусылары һәм уҡыусылары бар ине.

Еңеү диктанты тест формаһында үтте. Акцияла ҡатнашыусылар 45 минут эсендә 25 һорауға яуап бирҙеләр. Унда төрлө характерҙаы һорауҙар булды: текста төшөп ҡалған һүҙҙәәрҙе ҡуйырға, һуғышҡа арналған поэма авторын атарға, килтерелгән өҙөккә нигеҙләнеп, ҡаланы, ваҡиғаны йәки хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыны атарға. Был мәсьәләләрҙең ҡайһы берҙәре Бөйөк Ватан һуғышына арналған нәфис фильмдар һәм монументтарға ҡағылышлы ине.

  • Һорауҙар ҡатмарлы булды. Әммә эштәрҙе атҡарып сыҡтым, тип уйлайым. Прибельский мәктәбендә яҡшы белем биргән тарих уҡытыусыма оло рәхмәтлемен. Шул ваҡытта алған белемем йөкләмәләрҙе үтәргә ярҙам итте. Шулай ҙа тарих биттәрен яңынан асып, тарихи даталарҙы иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ, тип уйлайым,- ти 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Вадим Шинов.

Ҡырмыҫҡалы гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Алмаз Ибраһимов әйтеүенсә, тарих – мәктәптә уның иң яратҡан фәндәренең береһе. “Еңеү диктанты”нда ҡайһы бер һорауҙар ҡыйынлыҡ тыуҙырһа ла, ул бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап таба алған.

“Еңеү диктанты” – Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белемде тикшереү, хәтерҙе яңыртыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Дөйөм алғанда, был бик яҡшы проект. Ул тарихҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра һәм белемгә ынтылыуҙа кешеләрҙе берләштерә. Акцияның маҡсаты – тарихи белемде арттырыу һәм йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, ти акцияла ҡатнашыусылар.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас