Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Сентябрь 2022, 08:27

Билдең ауыртыуын нисек баҫырға?

Кеше билен ауырттырып, ҡуҙғала алмай ятҡанда, йыш ҡына, билен биртендергән, тиҙәр...

Билдең ауыртыуын нисек баҫырға?Билдең ауыртыуын нисек баҫырға?
Билдең ауыртыуын нисек баҫырға?

Кеше билен ауырттырып, ҡуҙғала алмай ятҡанда, йыш ҡына, билен биртендергән, тиҙәр. Ундай ауыртыу, ғәҙәттә,  нервы ҡыҫылыуына бәйле була. Остеохондроздан умыртҡа һөйәгендә  протрузия, бүҫер барлыҡҡа килә, улар нервы бөтөмөн ҡыҫып, бик ныҡ ауыртыу барлыҡҡа килтерә. Дауалауҙы баш­ларҙан алда уның төп сәбәбен асыҡ­ларға кәрәк. Бының өсөн невро­па­тологҡа күренеп, умыртҡа һөйәгенең бил-янбаш өлөшөнә рентген эшләргә, кәрәк икән, магнит-резонанс томо­графияһы үтергә тура килер. Табип яҙған дауаланыуҙы ла ваҡытында алырға кәрәк. 
Шулай уҡ ауыртыу тыуҙырыусы хәрәкәттәрҙән мөмкин тиклем ары­нырға тырышығыҙ. Ауыр күтәрмәгеҙ, эйелеп-бөгөлмәгеҙ, кинәт боролоуҙан һаҡланығыҙ, кәүҙәне тура тотоп йөрөргә тырышығыҙ. Ҡайһы бер осраҡта корсет кейеү ярҙам итә. Йоҡлағанда ҡатыраҡ тигеҙ урынды һайлағыҙ. Шулай уҡ ҡырын ятып йоҡларға кәңәш ителә.  
Ауыртыуҙы баҫыу өсөн ҡоро йылы  кәрәк (шарф, ҡалын кейем), шулай уҡ   махсус  майҙар ауыртыуҙы кәметә. “Фастум”, “Бруфен”, “Дип-рилиф” һәм “Кетонал”, “Долгит”  кеүек гелдәр һәм кремдар ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Бынан тыш,  ҡан әйләнешен яҡшыртыусы  препараттар  эсергә тәҡдим ителә. 
Ауыртыу бер аҙ баҫылғас, умыртҡа һөйәге өсөн махсус физик күнекмәләр эшләгеҙ. Һыуҙа йөҙөү яҡшы ярҙам итә.  Шулай уҡ киҫкен ауыртыу үткәс, массаж менән физиотерапия ла алырға ярай. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас