

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры донъялағы иң билдәле концерт залдарының береһендә – Мәскәү конвсерваторияһының Ҙур залында Илдар Абдразаҡовтың V юбилей фестивален асыуҙа ҡатнашты.
– Беҙҙең илде үҙенсәлекле тауыштар сағылдыра. Быйыл фестиваль программаһы ете ҡаланы үҙ эсенә ала, уларҙа беҙҙең менән концерттарҙа ҡатнашасаҡ балаларҙы һайлап алабыҙ, – тип йәш һәләттәргә ярҙам итеү һәм үҫтереү мөһимлеген билдәләне проектҡа нигеҙ һалыусы, уны ҡеүәтләүсе Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов.
– Был матур залда беренсе тапҡыр ғына түгелбеҙ, әммә был юлы ике тапҡыр яуаплылыҡ тоябыҙ, сөнки ҡәҙерле яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов менән бер сәхнәләбеҙ. Һис шикһеҙ, был үҙенсәлекле акустикала, һәр саҡ булғанса, Башҡортостан Республикаһы өсөн ғорурлыҡ хистәре урғыла, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты концерт алдынан оркестрҙың генераль директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин.
Был мөғжизә, ысынлап та, тормошҡа ашты. Тамашасы сәхнәне һәр биш-алты минут һайын ҡул сабыуҙарға күмде: замандың иң ҡалын тауышлы йырсыһы Илдар Абразаҡов билдәле операларҙан ариялар башҡарҙы. Шулай уҡ Мариинка солисы Владислав Сулимский, Лилит Давтян, Алексей Кулагин, Ульяна Бирюкова, Ольга Привалова сығыш яһаны. Башҡортостандың Милли симфоник оркестры музыканттары Моцарт, Гендел, Вебер, Беллини, Леонкавалло, Бойто, Бизе, Оффенбах, Верди, Римского-Корсаков, Бородин и Чайковский кеүек бөйөк сәнғәт әһелдәренең әҫәрҙәрен бар нексәлектәрен еткереп башҡарҙы.
Илебеҙҙең сәнғәт элитаһынан, билдәле сәйәсмәндәренән һәм эшҡыуарҙарынан торған тамашасы концерттан һоҡланып таралышты. Фестивалдең беренсе концертын музыкаль тәнҡитсе, “Музыкальная жизнь” журналының баш мөхәррире Евгения Кривицкая юғары баһаланы. Татьяна Веденеева Илдар Абдразаҡовтың һәм Милли симфоник оркестрҙың оҫталығына һоҡланыуын белдерҙе.
– Бик шәп, һәр яҡлап килгән шәп оркестр! Консерваторияла йыш булам һәм хәҙер үҙем өсөн Башҡортостандың Милли симфоник оркестрын асыуыма бик шатмын, – тине алып барыусы.
Фестиваль Илдар Абразаҡовтың тыуған ерендә – Өфөлә 19 октябрҙә Мусоргскиҙың “Борис Годунов” операһын концерт башҡарыуы менән тамамлансаҡ. Унда һәләтле балалар баш дирижер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков идаралығында Башҡортостандың Милли симфоник оркестры менән бергә сығыш яһаясаҡ.
Фото: Мәҙәниәт министрлығы.