Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Сентябрь 2022, 17:19

Янғын һүндереүҙә "Ҡарсыға" ла ҡатнашҡан

"Ка-32А11ВС" вертолеты ярҙамға килә

Янғын һүндереүҙә "Ҡарсыға" ла ҡатнашҡанЯнғын һүндереүҙә "Ҡарсыға" ла ҡатнашҡан
Янғын һүндереүҙә "Ҡарсыға" ла ҡатнашҡан

1 сентябрҙә Благовещен һәм Өфө райондары сигендә, Яҡшиван һәм Яңы Никольск ауылдары араһында, ҡоро үлән янып китә. Ут тиҙ арала яҡынса биш гектар ерҙе ялмап ала. Уны күмәк көс менән һүндерәләр, шул иҫәптән "Ка-32А11ВС" вертолеты ла файҙаланыла. 

Янғын һүндереүселәр уға "Ҡарсыға" тигән исем дә бирергә өлгөргән. Вертолет һыуҙы Ағиҙел йылғаһынан алған.

Әйткәндәй, "Ка-32А11ВС" вертолеттарын Күмертау ҡалаһында эшләйҙәр.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-09-02/yan-yn-ndere-arsy-a-la-atnash-an-2933913

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас