+21 °С
Болотло


Баҡтиһәң, малайҙың исеме Жанасыл, ул Ҡаҙағстандың көнбайышындағы Казталы районындағы Караозен ауылында йәшәй.
Жанасыл әле уҡырға йөрөмәһә лә (уға дүрт йәш), Белем көнөнә әсәһе һәм ағайы менән барған. Әсәһе Баҡытгөл Жаҡупова әйтеүенсә, малай арып киткән һәм тупһаның ситендәге төрөлгән келәмгә ятҡан. Берәү уны төшөргән һәм интернетҡа һалған. Фотоһүрәт бар донъяны айҡап сыҡҡан.
Баҡытгөл шул мәктәптә ашнаҡсы булып эшләһә, ире - газ өлкәһендә. Жанасыл иһә ҙурайғас төҙөүсе булам тигән. Ғаиләлә унан тыш тағы биш бала бар.