Киң таралғандарын ҡарап үтәйек әле.
- Өйҙә иҙәнде ингән ишек төбөнә ҡарай түгел, киреһенсә, ишек төбөнән һеперә башларға кәрәк. Әгәр ҙә ингән ишеккә ҡарай һеперһәң, өйҙән уңышты һәм муллыҡты һепереп сығарыуың бар.
- Өйҙә һәр ваҡыт аҡса булһын тиһәгеҙ, бер нисә һеперткене ҡулланыу тыйыла.
- Күптән көтөп алған ҡунаҡтар киткәс үк иҙәнде һеперергә ярамай. Шулай эшләһәң, улар башҡа килмәүҙәре лә бар. Әгәр, киреһенсә, оҡшамағандар ҡайтып киткәс, иҙән һеперһәң, улар һеҙҙең юлды бөтөнләй онотасаҡ.
- Иҙән һепергәндә һеперткенең бер сыбығы төшөп ҡалды, хәбәр көтөгөҙ.
- Һепертке менән йорт хайуандарына һуҡмағыҙ, үҙеңә ауырыу килтереүең бар.
- Ҡояш байығандан һуң иҙән һеперһәң – өйҙәгеләрҙең ауырыуына.
- Төштә һепертке күреү – ауырға ҡалыуға.
- Йәштәр ЗАГС-ҡа барғанда улар алдына юлды һепереү йолаһы бар. Был яңы ғаиләне күҙ тейеүҙән һәм көнсөллөктән һаҡлар.
- Әгәр ҙә балыҡҡа китеп барыусыны һепертке менән ҡаршы алһаҡ, табыш булмаясаҡ.
- Өйҙә һеперткенең тотҡаһын аҫҡа ҡаратып ҡуйырға кәңәш ителә. Уны дөрөҫ ҡуймау финанс яҡтан хәлде ҡатмарлаштырыуы ихтимал.
Фото: Т. АМАНОВ.