Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Сентябрь 2022, 16:42

Бала холҡо кергән, тиҙәр...

Ундай сирлене тәрбиәләү еңелдән түгел.

Бала холҡо кергән, тиҙәр...Бала холҡо кергән, тиҙәр...
Бала холҡо кергән, тиҙәр...

Ҡартлыҡта яҡты зиһендең томалана барыуы, аҡылдың еңеләйеүе ҡапыл ғына башланмай. Бигерәк тә ҡан баҫымынан, атеросклероздан һәм инсульттан яфаланған кешеләрҙә күҙәтелә был сир.

Оло кешелә һуш китеү­ҙең тәүге билдәләре беленгәс тә, ул үҙ һүҙлерәк, уҫалыраҡ була башлай, холҡо үҙгәрә, хис-тойғоға йышыраҡ бирелә, уйлау һәләте түбәнәйә. Аҡылындағы ошондай үҙгәрештәр уның үҙенә генә түгел, тотош ғаиләһенә ауырлыҡ тыуҙыра. Ауырыуҙың ҡылығы, асыуын тышҡа сығарыуы өсөн яҡындарына йыш ҡына оялырға ла тура килә. Былар барыһы ла уны тәрбиәләүҙе ҡыйынлаштыра.

Һис һүҙһеҙ, бындай оло кешене ҡарау еңел түгел, әммә ошо хәлде көйләгән бер нисә ысул бар. Мәҫәлән, уға көнөн нисек үткәртеүҙе план­лаштырырға кәрәк, әммә күнегелгән эштәренән айырмаҫҡа тырышығыҙ.  Кейендергәндә ашыҡтырмағыҙ, әгәр үҙе тотона икән, дәртләндереп, маҡтап ебәрегеҙ. Иркен, тайҙырмай торған аяҡ кейеме һайлағыҙ, әйберҙәрен нисек кейҙереү уңайлы, шулай һалып ҡуйығыҙ. Яңғыҙын өйҙә ҡалдырған осраҡта газды һүндереп китергә онотмағыҙ.

Йыуыныу бүлмәһендә, бәҙрәфтә тотонор урын булдырығыҙ, тайып китмәһен өсөн балаҫ йәйегеҙ. Хәүеф тыуҙырырҙай электр ҡорамалдарын йәшереп ҡуйығыҙ. Ишек һәм тәҙрәләге йоҙаҡтарҙы тикшереп тороғоҙ. Сәнсә йәки киҫә торған нәмәләрҙе, химик мат­дәләрҙе күренмәҫлек урынға алып ҡуйырға ғәҙәтләнегеҙ. Зиһендәре тар­ҡалыу сәбәпле, әле генә әйткәнде оно­тоуҙары, бер үк һүҙҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлауҙары ихтимал, шуға күрә йыш әйтергә тура килгән яуап­тарҙы ҡағыҙға яҙып бирегеҙ, нисек тә иғтибарын башҡаға йүнәлтегеҙ. Улар хатта ҡасан ашағанын, ҡалаҡты ҡай­һы­лай тоторға икәнлеген дә онотоусан.

Яҡындарыбыҙ йыш ҡына әйбер­ҙәрен ҡайҙа ҡуйғанын да иҫләмәй. Юғалған әйберен туғандары йәки башҡа кеше урлаған, тип тә ғәйеп таға. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бындай ҡылыҡ-фиғеле бары тик хәтере насарайыуҙан ғына. Юғалтҡан әйберен һеҙҙән таптырһа, ҡуҙғымағыҙ, ә йомшаҡ ҡына, тауышығыҙҙы күтәрмәй генә яуап бирегеҙ.

Үҙегеҙҙә фатирҙың алмаш асҡысын тотоғоҙ. Бәлки, әйбер йәшереп ҡуйырға яратҡан урыны барҙыр — белегеҙ. Юғалттым тигән нәмәһен эҙләшкән булығыҙ һәм табырға ярҙам итегеҙ. Ҡулынан килерлек эш ҡушыу ҙа уны дәртләндереп ебәрә. Табип яҙған дарыуҙарҙы эсеүен күҙәтегеҙ. Өйҙән сығып китеп, аҙашып йөрөүҙәре ихтимал, шуға күрә ишектең бик­ләнеүен тикшерегеҙ. Һеҙҙең исемегеҙ һәм телефон номерығыҙ яҙылған ҡағыҙҙы үҙе менән йөрөтһөн.

Тағы бер нисә кәңәш. Уның өсөн мөһим һаналған нәмәләр, кешеләр һәм хәл-ваҡиғалар хаҡында һөйлә­шегеҙ. Был уға ҡайҙа һәм ҡайһы ваҡытта йәшәүен белергә, ғөмүмән, йүнәлеш алырға ярҙам итер. Бәләкәй генә уңышы өсөн дә маҡтағыҙ. Һау-сәләмәт кеше өсөн ғәҙәти тойолған нәмә лә — аҡылына еңеллек килә башлаған ҡарттар өсөн оло ҡаҙаныш. Ә уңышҡа өлгәшеүен тойоу уны ҡанатландырып ебәрә.

Хәтирәләргә бирелһен, мәҫәлән, элекке йылдарҙағы музыканы тың­лаһын, иҫке китаптарҙы, журналдарҙы, фотоальбомдарҙы ҡараһын. Тәҙрәгә баҡһын, тирә-яҡты күҙәтһен, сәғәткә, календарға күҙ һалһын өсөн, ҡайһы миҙгел, ниндәй көн булыуын һорағыҙ, гәзит уҡытығыҙ. Әгәр берәй нәмә үҙгәртергә кәрәк икән, ашыҡмағыҙ, ауырыу күнеккәнсе көтөгөҙ.

 

- Кәримә УСМАНОВА

Фото:kartinkin.net

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-09-02/bala-hol-o-kerg-n-ti-r-2933502

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас