Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Август 2022, 07:32

Урам һепереүсе Юра ҡайҙа юғалды?

Баҡтиһәң Юра хәҙер...  

Урам һепереүсе Юра ҡайҙа юғалды?Урам һепереүсе Юра ҡайҙа юғалды?
Урам һепереүсе Юра ҡайҙа юғалды?

Өфөнән данлыҡлы урам һепереүсеһе Юра Петровский ҡалаһына (Луганск Халыҡ Республикаһы) киткән икән. Ул, Башҡортостандан башҡа эшселәр кеүек үк, ЛНР-ҙа тыныс тормошто тергеҙеү саҡырыуы буйынса эшкә юлланған.

- Мин Петровскийға 20 июлдә Өфөнән ярҙамсы эшселәр составында килдем. Кәрәк булғандың барыһын да эшләйбеҙ - ихаталарҙы һеперәбеҙ, сүп-сарҙы йыябыҙ, шул иҫәптән төҙөлөш, тротуарҙарҙы һеперәбеҙ. Йөктө бушатыу, тейәү эштәре менән шөғөлләнәм, - ти Юрий Ветлугин.

Юрий Ветлугин "Башинформ" хәбәрсеһенә сәфәренең тәүге көндәрендә үҙенең тулҡынланыуы тураһында ла һөйләгән, сөнки ЛНР-ҙа әлегәсә  хәл тотороҡло түгел.

"Иртән үҙенсәлекле, әммә алыҫта тауыштар ишеттем. Һуңынан уларға иғтибар итмәй башланым. Кеше һәр нәмәгә өйрәнә. Хәрби автомобилдәрҙе даими күрәбеҙ. Аҙыҡ-түлек алырға йөрөйҙәр, күрәһең. Ә былай, бында барыһы ла тыныс ҡына. Төҙөлөш эштәре бара. Аңлайым, беҙ бында юҡҡа ғына түгел. Ҡаланы тергеҙәбеҙ. Күҙ алдында мәктәп үҙгәрә. Мин һәм иптәштәрем ошо процестың бер өлөшө булыуыбыҙға бик шатмын", - ти ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташтарыбыҙ бында ҡаланың 22-се урта мәктәбен тергеҙә. Белем усағы Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөтә. 1 сентябрҙә Петровский ҡалаһының яңыртылған мәктәбенә иллегә яҡын бала уҡырға киләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юрий Өфө фотографы Роман Филиппов арҡылы танылыу яуланы. Халыҡ урам һепереүсенең ҡыҙғаныс хәле тураһында күреп-ишетеп, тиҙ арала ярҙам ойошторҙо, мут әҙәмдәр батырған кредит һаҙлығынан ҡотолор өсөн аҡса йыйҙы. Шунан алып ирҙең тормошо ҡырҡа үҙгәрҙе.

Фото: "Башинформ"

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас