

Был зур класлы автобустар газ яғыулығында йөрөй. Улар ҡулайлы мөхиткә яраҡлашҡан, физик мөмкинлектәре сикле граждандарҙы ташый ала. Эстә электрон табло, водитель тахографы, кондиционер һәм телефон зарядлау өсөн USB розеткалары бар.
"Автопаркты яңыртыуҙы бының менән туҡтатмайбыҙ. НефАЗ етештергән 33 автобус сентябрь айында ҡайтарыласаҡ. Бынан тыш, республика РФ Транспорт министрлығында һайлап алыуҙа үтте һәм "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты аша федераль бюджеттан автобустар һатып алыу өсөн субсидия алыуға өлгәште. Уның буйынса 35 дана машинаны 2023 йылдың тәүге кварталында көтәбеҙ", - тип белдергән төбәк етәксеһе соцселтәрҙәрҙә.
Радий Хәбиров автобустарҙың береһенә ултырып ҡараған һәм водителдәргә БР Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырып, хәл-әхүәлдәрен һорашҡан.