Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
26 Августа 2022, 07:12

Башҡортостанда ата-әсәләрҙең республика советы ойошторола

Башҡортостанда Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағында ата-әсәләрҙең республика советы ойошторола, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Башҡортостанда ата-әсәләрҙең республика советы ойошторолаБашҡортостанда ата-әсәләрҙең республика советы ойошторола
Башҡортостанда ата-әсәләрҙең республика советы ойошторола

Башҡортостанда Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағында ата-әсәләрҙең республика советы ойошторола тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Ведомство етәксеһе Айбулат Хажин ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документтан күренеүенсә, совет «ата-әсәләр, уҡыусылар һәм тәрбиәләнеүселәрҙең хоҡуҡтарын һәм бурыстарын тәьмин итеүҙә ата-әсәләрҙең үҙидара органдары эшмәкәрлеген координациялау, уларҙың мәғариф өлкәһендәге идара итеү органдары һәм белем биреү ойошмалары менән үҙ-ара килешеп эш итеүен нығытыу» өсөн ойошторола.

Ата-әсәләр советы эшмкәрлегенең төп принциптары — иреклелек, тиң хоҡуҡлылыҡ, үҙидара, законлылыҡ һәм асыҡлыҡ. Советтың ҡарарҙары тәҡдим рәүешендә ҡалдырыла.

Ата-әсәләр советы составы Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо менән ике йылға раҫлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-26/v-bashkirii-sozdadut-respublikanskiy-sovet-roditeley-2923173

Автор:Дарья Субботина
Фото: башинформ.ру
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас