

Республикала 120 меңдән ашыу кеше «Еңеү диктанты» акцияһында ҡатнашыу өсөн теркәлгән. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, диктант 3 сентябрҙә үтә. Төбәктә тарих буйынса үҙ белемен тикшерергә теләүселәр өсөн 232 майҙансыҡ әҙерләнгән.
Башҡорт эстрадаһы “йондоҙҙары” ла тест үтергә ниәтләй. Акцияға йырсы Гөлназ Асаева ла ҡушылырға ниәтләй.
«Минеңсә, патриотик акция ҡатнашыусыларҙы үҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ белеү, китапҡа инеү, китапханаға барыу, документаль фильм ҡарау өсөн дәртләндереү менән ҡыҙыҡлы. Был сараның ни тиклем ҙур һәм кәрәкле булыуын аңлайым. Ошо акцияны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!», – тип фекер менән уртаҡлаша Гөлназ.
«Арғымаҡ» этно-төркөмө лидеры Ринат Рамазанов та социаль селтәрҙә үҙ яҙылыусыларын диктантта ҡатнашырға саҡырҙы.
«Был – республикала һәм илдә йәшәгән һәр кемгә ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында иҫкә төшөрөү өсөн яҡшы мөмкинлек, тип уйлайым. Үҙенең геройҙарын хөрмәт иткәндәрҙең, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк ителгән ерҙе ҡәҙерләүселәрҙең генә киләсәге бар бит. Тарихи акция тәү сиратта хис-тойғолар һәм хәтер тураһында. Башҡортостанда әҙерләнгән майҙансыҡтарҙың береһендә шәхсән үҙем ҡатнашыу мөмкинлеге булыр, тип ышанам. Теркәлегеҙ һәм ҡушылығыҙ», – тип яҙҙы ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: патриотик акция дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Сарала ҡатнашыусыларға 45 минутта 25 һорауға яуап бирергә тура киләсәк. Гитлерсыларҙың СССР-ҙың баҫып алынған биләмәләрендәге енәйәттәре, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығы менән бәйле һуғыштың башланғыс этабының датаһы, тәүге еңелеүҙәр һәм еңеүҙәр темаһы ҡуҙғатыласаҡ.
«Еңеү диктанты»нда ҡатнашыусының шәхси ҡаҙанышы булараҡ иҫәпкә алынасаҡ һәм юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар өҫтәйәсәк. Өфөләге офлайн-майҙансыҡтарҙа ҡатнашыусыларға «Рәсәй - минең тарихым» тарихи паркына билеттар тапшырыласаҡ. Ә еңеүселәр 9 майҙа Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша ала. Тулыраҡ мәғлүмәт диктант-еңеү.рф сайтында урынлаштырылған.
Фото: Т. Аманов