

Удмурдт Республикаһы Башлығы Александр Бречалов үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль селтәрендә башҡорт тоҡомло аттары тураһында "тоғро дуҫ, көрәштәш, хужалыҡта ярҙамсы - башҡорттар үҙ аттары тураһында тап шулай тиҙәр", тип яҙған.
"Башҡорт тоҡомо - Көньяҡ Урал өсөн абориген: ныҡлы, сыҙамлы, ҡыштан ҡурҡмай. Хәҙер беҙҙең республикабыҙҙа бындай аттар өйөрө бар. Эшҡыуар Артур Ғилмиев Башҡортостандан 60-тан ашыу бейә, айғыр һәм ҡолон һатып алған - уларҙы тоҡомдарға үрсетеү күҙаллана. Киләсәктә туристик кластер һәм ҡымыҙ етештереү күҙаллана.
Удмурт йылҡы үрсетеүселәренә был йәнә бер тапҡыр ыңғай күренеш. Бөгөн республикала тоҡомло йылҡысылыҡ менән "Дуҫлыҡ" хужалыҡтарында шөғөлләнәләр - юртаҡ һәм урыҫ йөк аттарын үрсетәләр, Алнаш районындағы фермер Владимир Сергеев ғәрәп аттарын үҫтерә, Шарҡан районында Вадим Старцев вятка һәм Яңы Алтай тоҡомло аттар тота һәм бейә һөтө етештерә", - тип яҙған ул.
Республика Башлығы Радий Хәбиров яуап итеп түбәндәге сәләмдәрҙе еткергән: "Һеҙҙе Башҡортостандан сәләмләйбеҙ! Беҙҙең башҡорт аттары, ысынлап та сыҙам, һынатмаҫтар! Беҙҙән туристар көтөп ҡалығыҙ һәм барығыҙҙы ла үҙебеҙгә саҡырабыҙ! Барығыҙға ла бик шатбыҙ!"
Автор фотолары.
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-08-25/be-e-attar-ynatma-2921859