Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
25 Август 2022, 11:35

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ғүмерен ҡыйғандар...

Был донъяға ни булған: аптырарһың...

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ғүмерен ҡыйғандар...Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ғүмерен ҡыйғандар...
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ғүмерен ҡыйғандар...

Ҡот осҡос хәл Илеш районының Ҡәҙер ауылында теркәлгән

Был донъяға ни булған: аптырарһың... бөгөн төндә Илеш районының Ҡәҙер ауылында башҡа һыймаҫлыҡ ҡот осҡос фажиғә булған.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәфәис Мөслихов күп тапҡыр бысаҡ эҙҙәренән һуң вафат булған. Уны көн һайын килгән социаль хеҙмәткәр йорт ихатаһында ҡанға батҡан көйөнсә тапҡан. Ваҡиға урынына килеп еткән хоҡуҡ һаҡлаусылар ветерандың тәнендә күп һанда бысаҡ эҙҙәре булыуын асыҡлаған.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны быйыл май айында үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләгән. Ғүмеренең 40 йылын уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған, әүҙем тормош алып барған, ауыл һәм райондың мәҙәни тормошонда, төрлө сараларҙа ҡатнашҡан. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, "Бәйләнештә"ге социаль селтәрҙә үҙ сәхифәһен алып барған.

Фажиғә урынында хоҡуҡ һаҡлаусылар менән район прокуроры Салауат Шәмсетдинов етәкселек итә. Кемдең ҡулы оло кешегә күтәрелгән, ни өсөн уны үлтергән кеүек һорауҙар әле асыҡ килеш ҡала. Һәр хәлдә ҡәбәхәт табылыр һәм үҙ язаһын алыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Фото: "Башинформ"

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас