Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
24 Август 2022, 09:41

Фидан Ғафаров оло юғалтыу кисерҙе

Яратҡан йырсыбыҙҙың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.   

Фидан Ғафаров оло юғалтыу кисерҙеФидан Ғафаров оло юғалтыу кисерҙе
Фидан Ғафаров оло юғалтыу кисерҙе

Ауыр яңылыҡ еткерәбеҙ. Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, яратҡан йырсыбыҙ Фидан Ғафаровтың һөйөклө ҡатыны Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы Ғафарова вафат булған. Был турала М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хәбәр итә.

Былтыр февраль айында ғына ғаилә бергә йәшәүҙәренең 55 йыллыҡ матур юбилейын билдәләгәйне.

Яратҡан артисыбыҙҙың оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уға һәм уның ғаиләһенә сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас