Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
24 Август 2022, 10:37

Дарыуҙарға ҡытлыҡ була тиҙәр

Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә...  

Дарыуҙарға ҡытлыҡ була тиҙәрДарыуҙарға ҡытлыҡ була тиҙәр
Дарыуҙарға ҡытлыҡ була тиҙәр

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына интервью бирҙе. Унда дарыуҙар менән тәьмин итеү темаһын да күтәрҙеләр.

– Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаҫмы? Йәшәү өсөн кәрәкле препараттар сентябрҙә етмәйәсәк тигән имеш-мимеш ҡайҙан сыҡты икән?

– Был ысынлап та имеш-мимеш. Беренсенән, тән температураһын төшөрә торған препараттар төрлө һәм улар төрлө формала сығарыла, шуға күрә ҡотҡо таратырға, яһалма ихтыяж тыуҙырырға, дарыуҙы һаҡлыҡҡа һатып алырға ла ярамай. Препараттар етерлек, улар менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ.

фото: pharmvestnik.ru/

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас