Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
23 Август 2022, 09:29

Мәктәпкә йыйынабыҙ!

Быйыл балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү ҡиммәтерәккә төшәсәк.  

Мәктәпкә йыйынабыҙ!Мәктәпкә йыйынабыҙ!
Мәктәпкә йыйынабыҙ!

Балаларҙың йәйге ялы тамамланып, яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Уҡыусылар һуңғы көндәрендә ял итеп ҡалырға тырышһа, ата-әсәләр иһә магазиндағы хаҡтарға ҡарай ҙа баштарына тотона. Илдә күп нәмә ҡиммәтләнгән ваҡытта мәктәп тауарҙарына ла хаҡ артасағы көтөлгән хәл ине. Тик, ҡайһы бер ата-әсәләр әйтеүенсә, хаҡтар былтырғы менән сағыштырғанда бер нисә тапҡырға артҡан.

Баланы мәктәпкә әҙерләү еңел түгел. Айырыуса беренсегә барғандар өсөн сығымдар байтаҡ: мәктәп формаһы, рюкзак, бер нисә төр аяҡ кейеме, спорт кейеме, канцелярия кәрәк-ярағы... Уҡыуҙарын дауам иткәндәр өсөн дә сығымдар күп, әлбиттә. Формаһы быйылға ла ярар әле тип йөрөгәндә, йәй эсендә бала ҡапыл үҫә лә китә шул. Күп нәмәне яңыртырға, ҙурыраҡты алырға тура килә.

Аҡсанан тыш, мәктәпкә әҙерлек ваҡыт та талап итә. Теге әйберҙе был баҙарҙан, быныһын икенсе сауҙа үҙәгенән эҙләп йөрөп арымаҫ өсөн, ата-әсәгә мәктәп йәрминкәләре ярҙамға килә. Унда күп кәрәк-яраҡты бер урындан алыу мөмкинлеге бар. Быйыл Өфөлә мәктәп йәрминкәләре “Башҡортостан” лайфстайл үҙәге, “Планета” сауҙа-күңел асыу үҙәге, “Мега” сауҙа үҙәге, “Үҙәк” сауҙа комплексы һәм “Меркурий” сауҙа үҙәгендә ойошторолдо. Унда үҙ тауарҙарын бик күп билдәле етештереүселәр тәҡдим итә. Шуға күрә, бында моделе, хаҡы ғына түгел, ә тауарҙың сифаты, төҫө һәм үлсәме буйынса рәхәтләнеп һайлап алырға була.

Бөтә йәрминкәләрҙә лә ассортимент сағыштырмаса бер төрлө, шуға күрә хаҡтарҙы ҡарар өсөн беҙ фотохәбәрсе менән яҡындағы “Үҙәк” сауҙа комплексына йүнәлдек. Бында өсөнсө ҡаттың яртыһы тиерлек мәктәп тауарҙары менән тулған.

 

Хаҡтар ни хаҡ?

 

“Башҡортостанстат” белгестәре Башҡорт­ос­танда беренсе класс уҡыусыһы өсөн шартлы минималь тауарҙар йыйылмаһы хаҡын иҫәпләп сығарған. Уға әйберҙәр, канцелярия кәрәк-ярағы, уҡыу һәм дидактик материалдар комплекты инә. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

2022 йылдың июленә мәғлүмәттәр буйынса, малайҙар өсөн йыйылма 22889,56 һумға, ҡыҙҙар өсөн 27624,08 һумға төшә. 2021 йылдың июле менән сағыштырғанда хаҡ артыуы 18,2 процент һәм 15,4 процент тәшкил иткән.

Мәҫәлән, әле бер мәктәп дәфтәре уртаса – 9,19 һумға, артмаҡлы сумка – 2636,31 һумға, ҡыҙҙар күлдәге 1929,88 һумға, ә малайҙар өсөн джемпер 1344,6 һумға төшә. Ошо уҡ осорҙа биш сәскәнән торған гөлләмә 8,9 процентҡа ҡыйбатланған, хәҙер ул уртаса 718 һум тора.

Был, үрҙә әйтелгәнсә, минималь йыйылма хаҡы. Һәр ата-әсә үҙенең балаһы өсөн сифатлы ла, матур ҙа әйбер алғыһы килә. Шуға күрә һәр ғаиләнең кеҫәһенә ҡарап аҡсаһы сығып китә.

“Үҙәк” баҙарҙағы йәрминкәлә лә хаҡтар төрлө кеҫә өсөн иҫәпләнгән. Тик барыбер быйыл уның артыуы шунда уҡ күҙгә ташлана. Мәҫәлән, малайға салбар-пинжәктән торған костюм алыр өсөн 5,5 мең һум самаһы аҡса кәрәк. Ә ул сифатлыраҡ, матурыраҡ булһын тиһәң, 7 мең һумға иҫәп тотоғоҙ. Һәр ваҡыттағыса, ҡыҙҙарҙы кейендереү тағы ла ҡиммәтерәк. Иң ябай синтетик күлдәк – 2300 һум. Тауары сифатлыраҡтарын ҡара­һаң 3200 һумдан башлана. Алъяпҡыстар – 900 һумдан. Юбкалар – 1200-ҙән 2300 һумға тиклем. Блузкалар 1200-ҙән башлана, сигелгән, матурҙары ҡиммәтерәк – 2300 һумға тиклем барып етә. Салбар – 2000 һум тирәһе. Һыуыҡтарға йылыраҡ кофта алам тиһәң, кәмендә 1900 һум кәрәк. Эйе, ҡыҙҙар өсөн сығымдар күберәк. Мәҫәлән, колготкиҙар ғына ла биш-алты дана кәрәк, ә уларҙың уртаса хаҡы – 300 һум. Эске кейемдәр, майкалар... Һәр береһенең хаҡы бар.

Аяҡ кейемдәре ала башлаһаң, йәнә ҙур сығымға әҙер булығыҙ. Эйе, эконом мага­зиндарға барып сифатһыҙ һәм арзан аяҡ кейеме алырға була, әлбиттә (әйткәндәй, арзан тигәненең дә хаҡы 1000 һум тирәһенән башлана). Тик ул бер-ике айға етһә, шөкөр. Икенсенән, баланың аяғы тирләп, боҙолоп бөтөүе ихтимал. Тәбиғи замша йәки күндән тегелгән мәктәп туфлиҙары 3500 һум самаһы торасаҡ. Эстә кейергә, тышта кейергә, физкультура өсөн кроссовка, һалҡынайта баш­лаһа итек тә кәрәк икәнлеген онотмайбыҙ.

Ҡыҫҡаһы, мәктәп йәрминкәһендә уртаса хаҡтар буйынса ҡыҙ баланы кейендереү өсөн 14000 һум аҡса сығарырға тура килә. Бында рюкзак һәм физкультура өсөн кейем инмәй.

Малайҙар саҡ ҡына “арзаныраҡ”. Формаға өҫтәп алмашҡа салбар алһаң, 1900 һум. Пинжәккә алмашҡа жилет – 1800 һум. Күлдәктәр 900 һумдан башлана. Аяҡ кейемен 2500-2700 һумға алырға була. Бында ла, спорт формаһы, ранец һәм канцелярия тауарҙарын иҫәпләмәй, 11500 һум сыға.

Кроссовка мәктәптә аҡ табанлы, “тын ала” торған күндән булырға тейеш икәнлеген ата-әсә яҡшы белә. Хаҡтары уртаса алғанда – 3000 һум. Кемдер арзаныраҡҡа таба, кемдер тағы ла ҡиммәтерәген ала. Спорт формаһы – 2000 һумдан 4000 һумғаса. Аҡ футболкаларҙы 600 һумға табырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, физкультура менән шөғөлләнеү өсөн тағы 5-6 мең һум аҡса әҙерләгеҙ.

Мәктәпкә рюкзакһыҙ йөрөү мөмкин түгел. Быйыл уларға хаҡтар ике мең һум самаһына артҡан. Хәҙер ортопедик арҡалы, киң ҡайышлы рюкзактың уртаса хаҡы – 5500 һум. Канцелярия тауарҙары ла ҡиммәт. Һәр бер дәфтәрҙең хаҡын тасуирлап яҙып тормайбыҙ, әммә иҫкәртәбеҙ – дәфтәр, альбом, көндәлек, ручка һәм ҡәләмдәр өсөн тағы кәмендә 2000 һум аҡса кәрәк.

Ҡыҫҡаһы, бер баланы мәктәпкә әҙерләү кәмендә 20 000 һумдан артып китәсәк.

 

Баҙарҙа кәйефтәр нисек?

 

Баҙарҙа кешеләрҙең кәйефе нисек икән? Беҙ унда шишәмбе көн 11-ҙәр тирәһендә барҙыҡ. Кеше әллә ни күп булмаһа ла, балаларын кейендереп йөрөгән ғаиләләр осраны. Был йылмайып торған Ралина исемле ҡыҙ быйыл беренсегә бара. Әсәһе төрлө формалар кейҙереп-систереп йүгереп йөрөй, ә атай кеше ситтән күҙәтә, ипләп кенә аҡсаһын иҫәпләйҙер, күрәһең.

– Ралина быйыл беренсе класҡа бара. Улыбыҙ – етенсегә. Малай менән еңелерәк, ул кадет мәктәбендә уҡый, шуға күрә кадет формаһы алабыҙ. Эйе, уны махсус ательела тектереп алырға кәрәк, арзан да түгел. Тик берәү булһа, аҙаҡ яйлап үҫкән әйберен генә алмаштырып барабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, салбары ҡыҫҡарҙы, уны яңынан тектерҙек, 3000 һум булды. Өҫтө быйылға ярай. Ә ҡыҙыҡай малайҙан күпкә “ҡиммәтлерәк” булып сыҡты. Әле бына 3800-гә күлдәк алдыҡ. Сифатһыҙҙы алғы килмәй, үҙенә оҡшағанын һайланы. Был кейемде йыл буйы кейергә бит, шуға аҡса йәлләмәйбеҙ. Рюкзакты 5000 һумға алдыҡ. Минең икенсе бала уҡырға барғас, аҡыл ултырҙы, былтырҙан уҡ ниндәй магазинда акция буйынса канцелярия тауарҙары күрәм, ала бара инем. Әле уларға хаҡтар артҡан саҡта беҙгә бер нимә лә кәрәк түгел, ике балаға ла етерлек итеп әллә ҡасан алып ҡуйҙым, – ти Ильмира Хәбирова.

Йәрминкәнең икенсе яғында әсәһе Нина менән етенсегә барған Андрейҙы осраттыҡ. Малай йәй эсендә әллә ни үҫмәгән, шуға  уға салбар ғына яңырттыҡ һәм рюкзак кәрәк, тине әсәһе.

– Әллә ни әйбер алмағас, ул тиклем хаҡтар артҡанына иғтибар итмәнем. Малайым бик ипле кейенә, әйберҙәрен һаҡсыл йөрөтә. Йыл һайын үҫеп тормаһа, алмаштырыу ҙа кәрәкмәҫ ине, – тине Нина.

Улар малайға 1500 һумға салбар алды ла рюкзак һайларға йүнәлде. Һатыусылар әйтеүенсә, мәктәп сумкаһын һәр кем үҙенең кеҫәһенә ҡарап һайлай ала. Иң арзандары 1500 һумдан башлана һәм 6-7 мең һумлыҡтары ла бар. Белгестәр иһә рюкзак һайлағанда бик иғтибарлы булырға һәм аҡса йәлләмәҫкә кәңәш итә. Баланың әле нығынып та өлгөрмәгән арҡаһы өсөн көн һайын китап-дәфтәрҙәр һалынған сумка тағып йөрөүе ауыр. Шуға күрә мәктәп рюкзагы ортопедик арҡалы, ҡайышы киң һәм ныҡлы булырға тейеш. Дөрөҫ һайланған сифатлы сумканы ипле йөрөткәндә өс-дүрт йылға еткерергә була.

Апалы-һеңлеле Азалия менән Диана канцелярия тауарҙары һайларға килгән. Ҡыҙҙарҙың ҙуры 10-сы класҡа, бәләкәйе 6-ға бара. Улар инде үҫкән, үҙ зауыҡтары бар. Шуға күрә әйберҙәрҙе лә үҙҙәре һайлауҙы хуп күрә.

– Атай-әсәйҙән аҡса алып, үҙебеҙ генә баҙар ҡыҙырырға сығып киттек. Быйыл хаҡтарҙың артҡанын беҙ ҙә тойҙоҡ хатта. Күлдәгем ҡыҫа башлағас, яңыны алғайным –  5300 һум булды. Ә былтыр шул уҡ күлдәк 3000 һум тора ине. Аяҡҡа былтырғы кроссовка бара, һәйбәтте алғас, туҙманы, уңайлы ла. Ғаилә бюджетына ҙур зыян килтерге килмәй. Дәфтәрҙәр һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа  хаҡ артҡан. Был магазинда билдәле бер көндәрҙә 20 процентлыҡ ташлама бар, шуға махсус килдек. Акция көндәрендә алһаң, арзаныраҡ сыға, – тине ҡыҙҙар.

Быйыл һатыусылар ҙа сауҙа барышы менән бик ҡәнәғәт түгел. Альбина исемле һатыусы ҡатын әйтеүенсә, быйыл ысынлап та хаҡтар артҡан.

– Былтыр илебеҙ Президенты Владимир Путин уҡыусы балалары булған ғаиләләргә тип биргән 10-ар мең һум аҡса ҙур ярҙам булғайны. Ул аҡса август башында уҡ күсте һәм ата-әсәләр ай башынан уҡ балаларын кейендерҙе. Быйыл бындай ярҙам юҡ, шуға сауҙа һүлпәнерәк бара кеүек. 25-енән һуң килерҙәр тип көтәбеҙ, сөнки күптәр ошо ваҡытта эш хаҡы ала, – тине ул.

Уның белдереүенсә, быйыл улар башлыса Рәсәйҙә етештерелгән тауарҙы һата.

– Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан бар әҙерәк. Саҡ ҡына Төркиә әйберҙәре, улар былтырҙан ҡалған. Ни өсөн хаҡтарҙың артыуын аңлата алмайбыҙ, тик алыусыларыбыҙ быйыл кәмене. Нисек кенә булмаһын, баланы мәктәпкә кейендерергә кәрәк, шулай булғас килерҙәр әле, – тигән өмөт белдерҙе ул.

 

Дәүләт ярҙамһыҙ ҡалдырмай

 

Хаҡтарҙың артыуына ата-әсәләр ҡәнәғәт түгел, әлбиттә. Был хаҡта ялыуҙар ҙа артты. Шуға күрә Башҡортостан буйынса прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең тикшереүен башлаған. Әгәр ысынлап та хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуы асыҡланһа, улар сара күрәсәк.

Икенсе яҡтан, Башҡортостан етәкселеге ауыр хәлдәге күп балалы ғаиләләрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Республикала уларға ярҙам итеү өсөн төрлө акциялар һәм ярҙам саралары бар.

Мәҫәлән, Башҡортостанда мәктәп фор­маһы хаҡының бер өлөшө өсөн компенсация ҡаралған. Был ярҙамды I – XI класта уҡыған бала өсөн алырға була. Социаль түләү күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн. Льгота менән ике йылға бер файҙаланып торорға мөмкин. Компенсация алыр өсөн мәктәпкә льгота алыуға хоҡуғығыҙҙы дәлилләгән документ, мисәте булған тауар чегы кәрәк. Чекта мотлаҡ рәүештә мәктәп формаһы тип яҙылырға тейеш. Быйыл компенсация күләме 4489 һум тәшкил итә. Шулай уҡ тағы бер яңылыҡ: быйылдан компенсация алыр өсөн ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бирергә була.

Тағы бер ярҙам төрө күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән һәм беренсе класҡа барған балаларға бирелә. Уларға канцелярия тауарҙары һалынған рюкзак бирелә. Сумка эсенә дәфтәрҙәр, көндәлек, төҫлө ҡағыҙҙар, пластилин, ручка, ҡәләмдәр, буяуҙар, альбом, пенал, линейка һәм башҡа әйберҙәр инә. Йыйылманың хаҡы – 3154 һум.

Уны алыр өсөн I класс уҡыусыһының ата-әсәһенә документтарҙы бала уҡыған мәктәпкә килтерергә кәрәк. Ғәҙәттә, ғариза яҙыу, паспорт, бөтә балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығын, ата-әсәнең һәм баланың СНИЛС-ын, ғаилә составы тураһында белешмә, ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән булыуын раҫлаған белешмә күрһәтеү талап ителә.

Ярҙамдың тағы бер төрө – “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы. Теләгән һәр кем аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләргә мәктәпкә йыйынырға ярҙам итә ала.

Канцелярия тауарҙары, яҙыу һәм һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡ, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә, ә портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта.

Йәй аҙағында ошо ярҙам халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә йүнәлтелә. 2021 йылда аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе 7 185 ғаиләнән 11 568 бала 13 миллион һумдан ашыу ярҙам алды.

Мәктәп кәрәк-ярағын йыйыу “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡала-райондарҙағы бүлексәләрендә ойошторола. Ярҙам һорап тап шунда мөрәжәғәт итергә мөмкин дә инде.

 


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2022-08-23/m-kt-pk-yyyynaby-2919255

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас