Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
23 Август 2022, 09:22

Һабын ҡалдыҡтарын ташларға ашыҡмағыҙ

Бөтә нәмәне экономияларға өйрәтә торған заман килде  

Һабын ҡалдыҡтарын ташларға ашыҡмағыҙҺабын ҡалдыҡтарын ташларға ашыҡмағыҙ
Һабын ҡалдыҡтарын ташларға ашыҡмағыҙ

Тәжрибәле хужабикәләр йыйылып киткән һабын киҫәктәрен дә тәләфләмәй - уларҙан шыйыҡ һабын эшләп алырға мөмкин. Өй шарттары өсөн ҡулай ябай ғына ысулды ҡарап китәйек.

Һабын киҫәктәрен ҡырабыҙ йә булмаһа туҡмас таяғы менән иҙәбеҙ. Тәүҙә ҙур кәстрүлдә һыу ҡайнатып алабыҙ. Утты һүндермәйенсә шуның эсендәге икенсе һауытта һабын вағына ҡайнар һыу ҡатнаштырып иретәбеҙ. Һабын ныҡлап иҙелеп бөтмәһә, ҡалаҡ менән ваҡларға йә һөҙөргә мөмкин. Уға составында спирт булған төнәтмә, мәҫәлән, пәйғәмбәр тырнағы төнәтмәһе, глицерин, берәй төрлө эфир майы йә лимон кислотаһы онтағы, теләк буйынса төҫ биреү өсөн аҙыҡ буяғыс өҫтәйбеҙ. Глицерин - массаны беректерер өсөн мөһим компонент. Барыһын бергә яҡшылап бутайбыҙ. Әҙерәк һыуынғанын көтөп, һабынды дозаторлы флаконға ҡоябыҙ. Ул - ҡулды ғына түгел, һауыт-һабаны ла йыуыу өсөн дә яҡшы сара.


Самаһы:
һабын ҡалдығы - 50 грамм
һыу - бер литр
Пәйғәмбәр тырнағы настойкаһы - ике ҡалаҡ
эфир майы - 2-3 тамсы
глицерин - 4 ҡалаҡ
аҙыҡ буяғыс сама менән.


Фото:liveinternet.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас