Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Август 2022, 06:49

"Әсәйҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!"

Билдәле гимнаст, яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева йыл да Әлшәй районына өләсәһе менән олатаһына ҡунаҡҡа килә. Әсәһе Зөлфиә тыумышы менән ошо ерҙән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның вафатына 10 йыл инде...

"Әсәйҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!""Әсәйҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!"
"Әсәйҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!"

Ошо арала Ләйсәндең әсәһенең тыуған көнө икән. Шул айҡанлы ул сәхифәһендә бик йылы видеоролик һәм яҙма ҡалдырған.

"10 йыл инде был көндө һинһеҙ ҡаршылайым... Минең әсәйем был донъяла үҙ урынын тапты. Ул һәр саҡ юл ярып алдан барҙы. Беҙ иң яҡшы дуҫтар инек. Ул мине ныҡ яратты. Алмашҡа бер нимә лә талап итмәне, һораманы, мине нисек бар шулай ҡабул итте. Мин ул ваҡытты мөғжизәле бер осор тип хәтерләйем... Минең өсөн әсәйем - изге йән. Балаларымдың әсәйемде күрмәй үҫеүенә ҡайғырам. Ул шул тиклем аҡыллы, йәшәүгә ынтылышы көслө, кешеләрҙе ярата ине... Ошоларҙы яҙам һәм илайым. Бөтә әсәйҙәр алдында баш эйәм. Әсәйҙәрҙе һаҡлағыҙ", - тип яҙған Ләйсән.

Яҡташыбыҙ менән бергә беҙ ҙә ҡайғырабыҙ. Әсәйҙәр мәңге йәшәһен ине.

Фото: vk.com/blog_polza?w=wall-181352393_685481

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас