

Роспотребнадзор COVID-19 нығыраҡ таралған төбәктәрҙә битлек режимын индерергә саҡырҙы, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. 16 августа ведомство сайтында эпидемияға ҡаршы саралар буйынса яңы тәҡдимдәр баҫылған.
«Яңы осраҡтарҙың аҙналыҡ күрһәткесе 100 мең кешегә 50-нән артҡан төбәктәрҙә йәмәғәт урындарында битлек кейергә кәрәк», — тиелә белдереүҙә.
Тәҡдимдәр яҙылған хат Роспотребнадзорҙың территориаль органдарына һәм ойошмаларына ебәрелгән. Ведомство етәксеһе Анна Попова субъекттарҙың башҡарма власть органдары менән тәҡдимдәр әҙерләү бурысын йөкмәтте.
Автор и фото: башинформ.ру