

Башҡортостанстат белгестәре республикала беренсе класс уҡыусыһы өсөн шартлы минималь тауарҙар йыйылмаһы хаҡын иҫәпләп сығарған, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Уға әйберҙәр, канцелярия кәрәк-яраҡтары, уҡыу һәм дидактик материалдар инә. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
2022 йылдың июленә мәғлүмәттәр буйынса, малайҙар өсөн тауарҙар – 22 889,56 һумға, ә ҡыҙҙарға 27 624,08 һумға төшә. 2021 йылдың июле менән сағыштырғанда хаҡ 18,2% һәм 15,4% ҡиммәтләнгән.
Хәҙер бер дәфтәр – 9,19 һум, рюкзак – 2636,31 һум, ҡыҙҙар күлдәге – 1929,88 һум, ә малайҙар джемперы 1344,6 һум тора. Ошо уҡ осорҙа 5 сәскәнән торған гөлләмә 8,9% ҡыйбатланған, хәҙер ул уртаса 718 һум.
Бынан алда «Башинформ» баланы мәктәпкә әҙерләгәндә нисек экономиялау хаҡында яҙып сыҡты.