Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Август 2022, 04:20

Мишустин ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе

Кемдәр ипотека алырға өлгөрмәгән, күңелегеҙҙе төшөрмәй тороғоҙ әле. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡыуандырырлыҡ ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Мишустин ҡыуаныслы хәбәр еткерҙеМишустин ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе
Мишустин ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе

Ташламалы ауыл ипотекаһы программаһының хәҙер ваҡыты сикләнмәй.

"Ауыл халҡы программа тамамлана тип ҡурҡмай, үҙ йортон һатып алыу йәки төҙөү өсөн кредит юллай ала», - тип билдәләне министрҙар кабинеты башлығы.

Тәүҙә программа 2022 йылдың 31 декабренә тиклем эшләйәсәк тип күҙалланғайны. Ошондай сикләү бөтөрөлөүе йылына 3 процентҡа тиклем ташламалы ставка менән  ауыл халҡына тағы ла күберәк ипотека кредиттары  алырға мөмкинлек бирәсәк.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас